7 декабрь, Шаршамбы

24 февраль 2014 йыл, 10:48

Өфөлә Рәсәй шорт-трек үҙәге төҙөләсәк

автор: "Башинформ"

22 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының спорт министры Андрей Иванютаға Өфөлә шорт-трек өсөн боҙ аренаһы төҙөлөшөн яҡындағы ике йылда тамамларға ҡушты, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

Үҙәк төҙөлөшө «Төҙөүсе» стадионы эргәһендә Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә 2013 йылда башланған. Ул боҙ һарайы менән 1500 тамашасы өсөн трибунанан тора. Объект хаҡы 480 миллион һум. Боҙ һарайының төҙөлөшө федераль һәм республика бюджеттарынан, шулай бюджеттыҡы булмаған сығанаҡтарҙан финанслана.

Сочиҙа ҡышҡы Олимпиадала Өфө спортсыларының юғары ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, Башҡортостан Президенты Рәсәй Федерацияһының спорт министры Виталий Мутко менән, Өфөләге шорт-трек үҙәге федераль статусҡа эйә булыуы һәм уның төҙөлөшөн финанслау буйынса бөтә йөкләмәләр үтәләсәге тураһында, килешеүгә ирешкән. Үҙәктә башланғыс спортсыларға кеүек, шорт-тректа билдәле спорт ҡаҙаныштарына өлгәшкәндәргә лә күнекмәләр өсөн заманса шарттар булдырыласаҡ.