6 декабрь, Шишәмбе

24 февраль 2014 йыл, 10:07

Рөстәм Хәмитов Ватан һаҡсылары көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Андрей Старостин

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Ватан һаҡсылары көнөнә арналған тантаналы йыйылыш уҙҙы. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР хәрби комиссары Анатолий Балтинский, республика дәүләт власы органдары вәкилдәре, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби конфликттар ветерандары, ветерандар ойошмалары вәкилдәре, йәмәғәт һәм дини эшмәкәрҙәр, хәрби уҡыу йорттары курсанттары, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

— Был тысынлап та бөтә халыҡтар байрамы. Ул илебеҙҙең үткәнен һәм хәҙергеһен, олоһон һәм кесеһен, бөтә рәсәйлеләрҙе берләштерә. Был көндө үҙен Ватанға хеҙмәт итеүгә арнаған эскерһеҙ патриоттарҙы, фиҙаҡәр эшсәндәрҙе тәбрикләйҙәр. Беҙ бөтә һаҡсыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, был һүҙҙең киң мәғәнәһендә. Ул көс һәм батырлыҡты, яуаплылыҡты һәм хәстәрлекте күрһәтә. Беҙҙең Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, яугир-интернационалистарҙы, хәрби хәрәкәттәр ҡатнашыусыларын, үҙен йәлләмәй Ватандың иреклеген һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған, ҡыҙыу нөктәләрҙә уның мәнфәғәтен һаҡлаған бөтәһен дә ысын күңелдән тәбрикләйем. Бында беҙҙең менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, генерал-майор, Рәсәй Хәрби фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ростислав Сибәғәтуллин, полковник, 15-се гвардия Харьков – Прага уҡсылар дивизияһы ветераны Сабир Йыһаншин, — тине республика Президенты, хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм ветерандарға сәләмләү телмәре менән сығыш яһап.

Үткән аҙнала ил Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 25 йыллығын билдәләне, тине Рөстәм Хәмитов. Ветеран-«афғансыларҙың» хәрби батырлыҡтары – йәштәр өсөн лайыҡлы өлгө. Республика етәксеһе һыҙыҡ өҫтөнә алып, иң төп һәм изге байрам булып Еңеү көнө ҡала, уның 70-йыллығына яҡынаябыҙ. Шулай уҡ быйыл Беренсе донъя һуғышы – кешелек тарихында фажиғәле бит башланыуының йөҙ йыллығы билдәләнә.

— Беҙҙең бурыс – замандар бәйләнешен юғалтмау, бай хәрби традицияларҙы һаҡлау һәм үҫеп килгән быуынға тапшырыу. Йәштәр физик яҡтан да, рухи яҡтан да сәләмәт булып үҫергә, заманса армия хеҙмәте талап иткән талаптарға тулы күләмдә яуап бирергә тейеш. Бөгөн донъяла элеккесә хәрби ҡара-ҡаршы торош усаҡтары һаҡлана, урынлашҡан стратегик балансты боҙорға маташыуҙар туҡтамай, эске баҫымталар, хәүефтәр һәм потенциал конфликттар киңлеге киңәйә. Был шарттарҙа хәрби тотоп туҡтатып тороу факторы бик мөһим роль уйнай. Бөгөн Украинала барған ваҡиғалар, быға оҡшаш көсөргәнеш усаҡтары яҡында ғына һәм Рәсәй сиге эргәһендә генә булыуы ихтималлығын күрһәтә. Беҙҙең армия бындай йәшерен милли именлек хәүеф-хәтәрҙәргә әҙер булырға, Ватан именлеге һағында ныҡлы торорға тейеш.

Башҡортостан Президенты Башҡортостан Хәрби комиссариатының, йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыуға тиклем әҙерлек учреждениеларының, республика Ветерандар советының, эҙләү отрядтарының, оборона комплексы предприятиеларының яҡшы эшен баһаланы.

Шулай уҡ тантана сиктәрендә Башҡортостан Президенты дәүләт наградаларын тапшырҙы. Осрашыу байрам концерты менән тамамланды.