3 декабрь, Шәмбе

21 февраль 2014 йыл, 17:34

Өфө халҡын ял көнө ит йәрминкәләре көтә

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң Калинин, Орджоникидзе һәм Октябрь райондарында 22 һәм 23 февралдә сираттағы ит йәрминкәләре уҙасаҡ.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Калинин районы халҡының яңы, саф ит продукцияһын «Ауыл хужалығы йәрминкәһе» сауҙа комплексы янындағы майҙанда һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ. Орджоникидзе районында сауҙа өс майҙансыҡта урынлашасаҡ – «Меркурий», «Тирәктәр» һәм «Урал» сауҙа комплекстары алдында.

Өфөнөң Октябрь районында ауыл хужалығы йәрминкәһе һәр саҡтағыса Спорт һарайы алдындағы майҙанда үтәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер аҙна элек ҡышҡы ит йәрминкәләре бер үк ваҡытта Өфөлә, Нефтекамала һәм Стәрлетамаҡта үтте. 47,7 тонна ит һәм өс тонна самаһы бал һатылған.