10 декабрь, Шәмбе

21 февраль 2014 йыл, 17:09

Дәүләт мөлкәтен һатыуҙан һәм файҙаланыуҙан Республика бюджетына керем – 24 миллиард һум

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ведомствоның 2013 йылдағы эштәренең төп йомғаҡтарын уҡып ишеттерҙе. Министрлыҡ коллегияһының киңәйтелгән ултырышында республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

— Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы алып барған эш тотош республикабыҙ иҡтисадына тәьҫир итә. Уның эше һөҙөмтәлелегенән, ер һәм мөлкәт фонды менән сифатлы идаралыҡ итеүҙән күп нәм тора, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бюджет табышлылығын нығытыу өлөшөндә Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы яҡшы эшләргә тейеш. Һеҙ күп булмаған республикабыҙ бюджетын тултырыусыларҙың береһе булып тораһығыҙ. Әммә әлегә был өлөштә бөтә эштәр ҙә уңышлы хәл ителмәй. Һеҙҙең эшегеҙҙең күп кенә йүнәлештәрендә етешһеҙлектәр ҡала әле.

— Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы былтыр республика һәм урындағы бюджет табышлылығын арттырыу өлөшөндә билдәле бер уңыштарға өлгәште. Дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте файҙаланыуҙан һәм һатыуҙан республиканың берләштерелгән бюджетына 24 миллиард һум табыш ингән. Ул 2012 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Әммә иҫәпкә алырға кәрәк, был сумманың яртыһы – бер төркөм предприятиелар акцияларын һатыуҙан табыш. Беҙҙең өсөн булған ресурстарҙы уйлап, һөҙөмтәле файҙаланыуҙан табыш үҫешен тәьмин итеү мөһим. Бындай үҫеш өсөн беҙҙең резервтар, һис шикһеҙ, бар, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Президент билдәләүенсә, һуңғы өс йылда БР Контроль-иҫәп палатаһы дәүләт мөлкәтен, ер участкаларын һәм республиканың өлөшөн, 4 миллиард һум самаһы суммаға, файҙаһыҙ ҡулланыуҙы асыҡланы. Бынан тыш, БР Дәүләт милкенең реестр иҫәбе һәм уны алып барыу тәртибен, 20 миллиард һумдан ашыу суммаға, боҙоу асыҡланған.

Бөгөнгә мөһим бурыстарҙың береһе – дәүләт унитар предприятиелары иҫәбен оптималләштереү. Бына шулай, 2013 йылда ошондай 163 предприятие бөтәһе 100 миллион һум эшләгән.

— Дәүләт унитар предприятиеларының ағымдағы эшенә анализ яһаясаҡбыҙ, уларҙы функция ҡарағанлыҡтары буйынса төркөмләштерәсәкбеҙ, һәр төркөм предприятие өсөн һөҙөмтәлелек критерийҙарын билдәләйәсәкбеҙ, —  тип хәбәр итте республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев.

Коллегия ултырышында хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың ер фонды хәҙер 14294,7 мең гектар тәшкил итә. Республика, урындағы үҙидара органдары менән берлектә, 6242,1 мең гектарҙан ашыу ер участкаһына ҡарата ер ресурстары милекселәре хоҡуҡтарын һәм ер төҙөлөшө өлкәһендә функцияларҙы тормошҡа ашыра. Был дөйөм төбәк ер фонды майҙанының 43 проценты.

2013 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың тупланған бюджетына ер участкаларын ҡуртымға биреүҙән 5353,9 миллион һум күләмендә табыш күсерелгән. Уларҙан Башҡортостан бюджетына 1181,6 миллион һум, муниципаль берәмектәр бюджетына 4172,3 миллион һум кергән.

Дөйөм алғанда 2013 йылда ер участкаларын һатыуҙан берләштерелгән бюджетҡа 962,2 миллион һум күсерелгән. Уҙған йыл менән сағыштырмаса, алған табыш күләме сиреккә тиерлек үҫкән. Бөтәһе былтыр ер менән файҙаланыуҙан һәм уны һатыуҙан төбәктең тупланған бюджетына 6316,1 миллион һум кергән.

Республика башлығы билдәләүенсә, ниһәйәт торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкалары бирелә башланы. Башҡортостанда күберәк төҙөй башланылар. Шул иҫәптән социаль торлаҡ та. Миҫалға, тик Өфөлә генә былтыр 100 мең квадрат метр самаһы бындай торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды. 2013 йылда Башҡортостанда бөтәһе 2,5 миллион квадрат метр торлаҡ һалынған.

— Өфө 1 миллион квадрат метр торлаҡҡа яҡынлаша – был һуңғы 20 йылда иң ҙур һан, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Президент фекеренсә, бындай торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә, шул иҫәптән, ер участкалары бүлеү һөҙөмтәһендә өлгәшеп булды. Ер алыусылар иҫәбендә – күп балалы ғаиләләр һәм зәғиф бала тәрбиәләүсе ғаиләләр. Ике йыл эсендә ер участкалары алыуға бында 25 мең ғаилә сиратҡа торҙо, 13,5 меңдән ашыуы уларҙың милекселәре булды.

Шул уҡ ваҡытта 2013 йылда өс һәм унан да күберәк балалы йәки зәғиф бала тәрбиәләүсе 7,4 меңләп ғаилә ер участкалары алды, тип билдәләнеләр БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы коллегияһы ултырышында.