Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфө «Рәсәй ҡалаһы. Милли һайлау-2014» проекты лидеры исеменә дәғүә итә

Йәмғиәт

Өфө «Рәсәй ҡалаһы. Милли һайлау-2014» проектында икенсе урынға сыҡты. Шулай итеп, Башҡортостандың баш ҡалаһының конкурс лидеры булырға бөтә мөмкинлектәре бар. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөгә республиканың һәр кешеһе ярҙам итә ала. Бының өсөн проекттың сайтына инергә һәм яратҡан ҡала өсөн тауыш бирергә кәрәк. Билдәләп үтергә кәрәк, Өфө өсөн көн һайын тауыш биреп була.

Бөгөн Өфө, 26 меңдән ашыу тауыш йыйып, рейтингта икенсе урынды биләй. Проект лидерынан – Чебоксарҙан – Өфөнө ни бары бер мең тауыш ситләтә.

«Рәсәй ҡалаһы. Милли һайлау-2014» – был проект иң әһәмиәтле, танылыу яулаған һәм символиклы Рәсәй ҡалаһын һайлауға йүнәлтелгән. Рейтингҡа Рәсәйҙең эре административ үҙәктәре ингән – бөтәһе 81 ҡала.

Проекттың авторҙары ышаныуынса, ул Рәсәй ҡалаларының мәҙәниәте һәм тарихи урындары тураһында күберәк яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белеү өсөн сикләнмәгән мөмкинлектәр бирәсәк һәм ил буйынса туризм һәм сәйәхәт ҡылыуға ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть