7 декабрь, Шаршамбы

21 февраль 2014 йыл, 15:06

Баш ҡалала Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың тыуыуына 105 йыллыҡты билдәләнеләр

автор: Ринат Сәғитов

Өфө Актерҙар йортонда Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың тыуыуына 105 йыллыҡҡа арналған хәтер кисәһе үтте.

Геройҙы иҫкә алырға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Рәсәй Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге 29-сы отряды хәрби хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Таһир Кусимовтың туғандары һәм яҡташтары килгәйне. Ҡунаҡтар араһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Таһим Кусимов етәкселегендәге 275-се кавалерия полкы яугирҙарының балалары, ейәндәре, туғандары булды.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарға «Таһир Кусимовтың батырлыҡ һәм дан юлы» исемле фотокүргәҙмә күрһәтте. БР Милли китапханаһы Герой тураһында мәҡәләләр йыйғайны, ә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты осрашыуҙа ҡатнашыусыларға хәрби тематикаға китаптар тәҡдим итте.

Кисәнең тантаналы өлөшөндә ҡунаҡтарға Таһир Кусимовтың данлы һуғыш юлы, тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында һөйләнеләр. Бөтә сығыш яһаусылар ҙа Советтар Союзы Геройының хәрби кадрҙар әҙерләүҙә ҙур ролен һәм йәштәрҙең патриотик тәрбиә эшендә ғәйәт ҙур өлөшөн баһаланы.

Әбйәлил районы делегацияһы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейына Таһир Кусимов тураһында фотоматериалдар тапшырҙы. Концерт программаһында Геройҙың яҡташтары, Өфө сәнғәт училищеһы, Ленин районының 7-се музыка мәктәбе студенттары сығыш яһаны.

Белешмә. Кусимов Таһир Тайып улы (1909-1986) Башҡортостандың Әбйәлил районында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Советтар Союзы Геройы, генерал-майор, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы командиры. Ул 1941 йылдың декабрендә Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы итеп ойошторола.