7 декабрь, Шаршамбы

21 февраль 2014 йыл, 14:29

Башҡорт теленең терминологик базаһы тәржемәселәргә һәм телселәргә ярҙам итәсәк

автор: Алик Шакиров

Селтәрҙә «Башҡорт теленең терминологик базаһы» барлыҡҡа килде. Уның ойоштороусылары – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Лингвистика һәм мәғлүмәти технологиялар лабораторияһы.

Сайттың базаһында төрлө белем өлкәләре терминдары тупланған – астрономия, биология, туризм, хәрби эш, география, информатика, сәнғәт, мәҙәниәт, математика, әҙәбиәт ғилеме, медицина, тел ғилеме һәм башҡа өлкәләр.

Базаны русса-башҡортса һүҙлек кеүек ҡулланып була. Унда тик рус телендә генә эҙләү мөмкин.

Сайт ҡулланыусылары уның мөмкинлектәрен лайыҡлы баһаланы һәм социаль селтәрҙәрҙә комментарийҙар ҡалдыра. Атап әйткәндә, ҡулланыусыларҙың береһе былай тип яҙа: «минең ҡарашҡа, бында башҡорт теле өлөшө, ҡушма һүҙҙәр терминдары өлөшө буйынса эҙләү, шулай уҡ бөтә терминдарҙы бер-бер артлы уңайлы ҡарау мөмкинлеге етмәй».

Әммә ҡулланыусыларҙың дөйөм фекере – сайт тәржемәселәргә кеүек, телселәргә лә, тел ғилеме өлкәһендәге белгестәргә лә, башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныусы һәм уны өйрәнеүселәргә лә файҙалы буласаҡ.