Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Константин Толкачев Рәсәй Иҫәп палатаһы аудиторы Сергей Штогрин менән осрашты

Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы Иҫәп палатаһы аудиторы Сергей Штогрин менән осрашты, тип хәбәр иттеләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән. Әңгәмәлә Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Франис Сәйфуллин, Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитет рәйесе Рузалия Хисмәтуллина, республиканың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов, Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Иҫәп палатаһының Системалы анализ ғилми тикшеренеү институты директоры Рәмил Байтимеров ҡатнашты.

Республикаға сәфәрҙең төп маҡсаттары араһында Сергей Штогрин һалым ташламалары биреү һөҙөмтәлелеге темаһына семинар үткәреүҙе билдәләне. Быға оҡшаш кәңәшмәләрҙе Рәсәй Иҫәп палатаһы, был өлкәлә тәжрибә туплаған, бер нисә Рәсәй субъектында уҙғара. Йыйылған материалдар дөйөмләштереләсәк һәм Рәсәй Хөкүмәте ҡарауына тәҡдим ителәсәк.

Республика парламенты спикеры ҡунаҡ менән Рәсәйҙең һалым ҡануниәтендә үҙгәреш перспективаларына, ил масштабында алдағы йылдарға һалым сәйәсәте прогноздарына фекер алышты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть