5 декабрь, Дүшәмбе

21 февраль 2014 йыл, 11:33

Башҡортостан делегацияһы Татарстанда ыҡсым ауыл клубтарын төҙөү тәжрибәһе менән танышты

автор: Розалия Вәлиева

Республиканың Хөкүмәт Аппараты етәксеһе урынбаҫары Мирхәйҙәр Фәтхуллин етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Алабуғала булды.

Сәфәрҙең төп маҡсаттарының береһе – төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса күрше Татарстан тәжрибәһе менән танышыу, «Алабуға» айырыуса иҡтисади зонаға барыу, уның территорияһында эшләүсе предприятие етәкселеге менән аралашыу.

Шулай уҡ сәфәр программаһында айырыуса иҡтисади зона сигенә яҡын урынлашҡан ауыл биләмәләрендә булыу билдәләнгән. Шундайҙарҙың береһе – Бехтерев ауыл биләмәһенең Гари ауылы. Бында күптән түгел ябай ауыл бураһынан клуб төҙөгәндәр. Проект буйынса өс бүлмә ҡаралған: 50 кешелек тамаша залы, китапхана, грим һалыу бүлмәһе.

— Төҙөлөшкә 2,5 миллион һум самаһы кәрәк булды, — тип һөйләй Бехтерев ауыл биләмәһе башлығы Николай Кусаев. — Тиҙ күтәрҙеләр, һаҡсыл тотондоҡ тип иҫәпләйбеҙ. Кирбестән клуб төҙөү өсөн проект кәрәк, һуңынан уны килешеү мотлаҡ – ул саҡта клубтың хаҡы ике тапҡырға тиерлек арта. Мәсьәләне урындағы халыҡтың буш ваҡыты менән хәл иттек: бында көн һайын күп кешеләр йыйыла, концерттар үтә, балалар түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, ә өлкән йәштәге кешеләр ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса берләшә.

Башҡортостан вәкилдәре күршеләрҙең тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһынды, ә Татарстан коллегалары был һорауҙа проект һәм кәрәкле кәңәштәр менән ярҙам итергә вәғәҙәләне.

Алабуғаға сәфәр тураһында тулыраҡ «Электрон гәзит»е материалында уҡырға була.

темалар: сәнәғәт