Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә йәшәү минимумы 6446 һум тәшкил итә

Иҡтисад

2013 йылдың дүртенсе кварталында йәшәү минимумының уртаса айлыҡ күләме раҫланған. Ул 6446 һум тәшкил итә. Хөкүмәттең тейешле ҡарары 20 февралдә ҡабул ителде.

Эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы 6865 һум күләмендә билдәләнгән, пенсионерҙар өсөн – 5273, балалалар өсөн – 6404 һум.

Рәсәй субъекттары кимәлендә билдәләнгән йәшәү минимумы социаль программаларҙы әҙерләгәндә һәм тормошҡа ашырғанда халыҡтың йәшәү кимәлен баһалау өсөн тәғәйенләнгән. Был күрһәткестән сығып, аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам күләме иҫәпләнә, тип хәбәр иттеләр Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть