4 декабрь, Йәкшәмбе

21 февраль 2014 йыл, 10:45

Милли медицина палатаһының премияһы табип һөнәренең абруйын арттырыуға йүнәлтелгән

автор: Эльмира Сабирова

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы Милли медицина палатаһы медицина хеҙмәткәрҙәре, профессиональ йәмәғәт медицина берләшмәләре, студенттар, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн премия булдырған. Уның маҡсаты – табип һөнәренең абруйын арттырыу һәм йәмәғәт алдында медицина хеҙмәткәрҙәре ҡаҙаныштарын таныу.

Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошаль: «Беҙ премияны медицина берләшмәһенең тар сиктәренән сығарырға теләйбеҙ. Ул бөйөк табип һөнәренә бәйләнеше булғандарҙың ҡаҙаныштарын таныу инструментына әйләнергә тейеш. Ул медиктар үҙҙәре генә түгел, ә уларға профессиональ булышлыҡ итеүселәр, уларҙың уңыштары һәм ауырлыҡтары тураһында хаҡлы һәм асыҡ мәғлүмәт таратыусылар. Был, әлбиттә, йәш быуын да – студенттар һәм үҙенең профессия юлын яңы башлап тороусы иң йәш табиптар», тип билдәләй.

Премия 11 номинация буйынса бирелә. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн номинациялар: «Диагноз», «Табип яҡлау аҫтында», «Табип профессияһы». Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн номинациялар: «Минең табип», — пациенттар заявкаһы нигеҙендә тапшырыласаҡ; «Ауыл табибы», «Карьера», «Минең остаз». Йәмәғәт медицина ойошмалары өсөн: «Яҡлауға хоҡуҡ», «Үҙ-ара эш итеү территорияһы», «Беҙҙең маяҡ». Шулай уҡ медицина вуздары студенттары, ординаторҙар һәм интерндар өсөн премия ҡаралған – «Ни өсөн табип булғым килә».

Ҡатнашыуға заявкалар 2014 йылдың март һуңына тиклем ҡабул ителәсәк, апрелдә премияны тапшырыу тантанаһы үтәсәк.

Жюриға күренекле медиктар кеүек, әүҙем гражданлыҡ позицияһына эйә булыусы башҡа профессиональ өлкәләрҙең абруйлы вәкилдәре: ғалимдар, журналистар, юристар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре инә.

Тулыраҡ Милли медицина палатаһы сайтында.