9 декабрь, Йома

20 февраль 2014 йыл, 17:37

Рөстәм Хәмитов БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһында сығыш яһаны

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Олег Яровиков

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кесе йома, 20 февралдә, коллегияның киңәйтелгән ултырышында уҙған йылдағы һаулыҡ һаҡлау идаралығы һәм учреждениелары органдары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Коллегия эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

— Һаулыҡ – төп нигеҙле йәшәү ҡиммәте, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһы ултырышында ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап. — Кешеләр һаулығы мәсьәләләре нисек һөҙөмтәле хәл итеүҙән һәм һаулыҡ һаҡлау системаһы нисек көйлө эшләүҙән беҙҙең киләсәк тора.

Республикала бишенсе йыл рәттән халыҡтың тәбиғи үҫеше һаҡланып килә. Тыуым үткән йылдар күрһәткестәрен тотороҡло арта. 2013 йылда 60 меңләп бала тыуған. Балалар үлеме иҫәбе буйынса ла уртаса Рәсәй кимәләнен түбәнерәк. Әммә халыҡтың дөйөм үлеме юғары булып ҡала – йылына 54 мең кеше.

— 90 йылдарҙа республика йәшәү оҙонлоғо буйынса лидер ине, хәҙер беҙ Рәсәйҙә 7-8 урындарҙа. Шуға ҡарамаҫтан, дөйөм йәшәү оҙонлоғоноң күрһәткесе бер йылға үҫкән, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Президенты медиктар алдында иғтибар һәм хәл итеүҙе талап иткән бер төркөм мөһим маҡсатты билдәләне. Тәү сиратта ул ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан үлемде кәметеү. Былтырғы йомғаҡтар буйынса һәр өсөнсө кеше быға оҡшаш ауырыуҙарҙан яфалана. 2012 йыл менән сағыштырғанда сирләгәндәрҙең иҫәбе бер процентҡа үҫкән. Тағы ла бер проблема – суицидтар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, көн һайын республикала 3-4 кеше үҙ-үҙенә ҡул һала.

Рөстәм Хәмитов үҫмерҙәр араһында үҙ-үҙҙәрен үлтереүселәр һанының үҫеүенә айырыуса иғтибар итте.

— Белгестәр әҙерләргә, терапия үҙәктәре асырға кәрәк. Сөнки  юғары тыуым тулҡыны артынан үлемдәр иҫәбенең артыуы килә. Демография мәсьәләһе – иң мөһимдәрҙең береһе, — тип билдәләне Президент.

Элеккесә медицина кадрҙарына ихтыяж ауылдарҙағы кеүек, ҡалаларҙа ла һаҡлана.

— Беҙ был проблема тураһында даими һөйләйбеҙ, әммә етди алға китеүҙәр был мәсьәләлә әлегә юҡ. Йыл һайын медицина университетын 700 кеше тамамлай. Маҡсатлы юллама менән уҡырған ингән — сығарылыш студенттарының 15 проценты райондарға ҡайтмай. Уйлауымса, был һан бик ныҡ кәметелгән, — тип проблемаға баҫым яһаны Рөстәм Хәмитов. — Муниципалитеттар кимәлендә медицина кадрҙарын ауылға йәлеп итеү өсөн комплекслы саралар булдырырға кәрәк.

Республика халҡы өсөн шифахана-курорт хеҙмәттәренең арзан булыуы яҡшыны теләп ҡала.

— Эшләп килгән туғыҙ шифаханала йылына бер мең тирәһе кеше ял итә, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан һаулыҡ йорттарында табыш кимәле уртаса күрһәткестәрҙән юғары булғандар ғына дауалана ала. Һәм йыш ҡына шифаханаларҙа хеҙмәттәр күрһәтеү шарттары уларҙың хаҡына тап килмәй, — тип Башҡортостан шифаханалары ресурстарын һөҙөмтәһеҙ тотоноуға иғтибар итте республика башлығы.

2013 йылға йомғаҡтар менән Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев сығыш яһаны. Медицина ведомствоһы етәксеһе республикала уҙғарылған диспансеризацияның йомғаҡтарын килтерҙе. Беренсе этапта 650 мең тирәһе кеше медицина тикшереүе үткән, ул халыҡтың 16 процентын тәшкил итә. Рөстәм Хәмитов үткән йылдар диспансеризацияларында ябай тонометрҙар ярҙамында табиптар ҡайһы берҙә ауыр сирҙәрҙе асыҡлағандарын иҫкә алды.

— 21 быуатта беҙҙең иң юғары технологиялар һәм медицина ҡорамалдары булып бындай юғары үлем күрһәткестәренә һәм сирҙәр иҫәбенең артыуына эйә булыу оят, — тине республика башлығы.

Башҡортостан Президенты медицина йәмғиәтен үҙ көстәрен тупларға һәм уны хеҙмәтләндереү сифатына, медицина ярҙамы күрһәтеү кимәленә һәм республиканың һәр кешеһе менән эш итеүгә йүнәлтергә саҡырҙы.

— Һеҙҙән башҡа кем, кешене, ауырыуҙарҙан дауаланыу теләге менән шарлатандар буйһоноуында бармай, ә үҙенең һаулығы тураһында үҙаллы ҡайғыртырға өйрәтәсәк.

Рөстәм Хәмитов һаулыҡ һаҡлау системаһының бөтә структураларында эште көйгә һалыу, муниципалитеттар, шәхси инвесторҙар ресурстарын йәлеп итеү, медицина туризмын ойоштороу кәрәклеген билдәләне.

Республика Президенты төбәктә берҙәм хоспис хеҙмәтен булдырыу һәм был йүнәлештә белгестәр әҙерләү зарурлығына иғтибар итте. Бындай ярҙамға Башҡортостанда биш меңләп кеше мохтаж.

Сара аҙағында Рөстәм Хәмитов иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденына БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Александр Афанасьев лайыҡ булды.