3 декабрь, Шәмбе

20 февраль 2014 йыл, 16:16

Силәбе өлкәһендә беренсе тапҡыр Башҡортостан мәҙәниәте көнө үтәсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

Силәбе өлкәһенең Үрге Өфәлей ҡалаһында беренсе тапҡыр Башҡортостан мәҙәниәте көнө уҙасаҡ. Байрам сиктәрендә ҡаланың крайҙы өйрәнеү музейында «Шәжәрә байрамы» үтәсәк. Музей хеҙмәткәрҙәре биш ғаилә миҫалында башҡорт ырыуҙары тураһында һөйләйәсәк.

Тантананың башлаусыһы булып «Башҡорт Ҡоролтайы» Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмаһының Үрге Өфәлей бүлексәһе рәйесе Фәнүзә Зарипова сығыш яһай. Шулай уҡ ҡала Йыйылышы депутаттары ярҙам күрһәтә. Фәнүзә Зарипова әйтеүенсә, байрамдың төп маҡсаты сағыу башҡорт мәҙәни көнкүрешен пропагандалау, шулай уҡ ҡалала мәҙәни-ара бәйләнештәрҙе нығытыу.

Тантанаға Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллиндың һәм өлкәнең «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Наил Шәйҙуллиндың килеүе көтөлә.

Шулай уҡ байрам сиктәрендә Туған тел көнө үтәсәк. Балалар башҡорт телендә шиғырҙар һөйләйәсәк һәм йырҙар йырлаясаҡ.

Ҡала мәҙәниәт һарайының фойеһында башҡорт халыҡ-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. «Тамыр», «Тамсылар», «Ләйсән» үҙешмәкәр башҡорт коллективтары үҙҙәренең иҡ яҡшы номерҙарын күрһәтәсәк. Ҡунаҡтар милли аш-һыуҙан ауыҙ итә аласаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров.