11 декабрь, Йәкшәмбе

20 февраль 2014 йыл, 15:49

Алты миллион кеше үҙенең торлаҡ шарттарын Һаҡлыҡ банкы ярҙамында хәл иткән

автор: "Башинформ"

Һаҡлыҡ банкының ипотека кредиттары ярҙамында 2007 йылдан алып 2013-кә тиклем үҙенең торлаҡ шарттарын алты миллион кеше хәл иткән: был осор эсендә банк ике миллиондан ашыу ипотека кредиттары биргән, уларҙың дүрттән бер өлөшө 2013 йылда бирелгән.

2014 йылдың ғинуарында Һаҡлыҡ банкы ипотека кредиттары биреү күләменең яҡынса үҫеше буйынса рекорд ҡуйған – 42 миллиард һум. 2013 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда был күрһәткес 90 процентҡа артҡан.

«2014 йыл ғинуарының һөҙөмтәләре былтырғы әүҙем эшебеҙҙең һөҙөмтәһе булды – акциялар буйынса кәметелгән ставкалар тәҡдиме менән бергә Һаҡлыҡ банкы 9000 ашыу объектты аккредитлаған һәм Рәсәй риелторҙарының күпселек өлөшө менән хеҙмәттәшлекте киңәйткән», — тип комментарий бирә Һаҡлыҡ банкының берәмләп кредитлау идаралығы директоры Наталья Алымова.

Һаҡлыҡ банкында йәш ғаиләләр өсөн һәм яңы торлаҡ һатып алыусылар өсөн уңайлы процент ставкалары буйынса акциялар бара.