4 декабрь, Йәкшәмбе

20 февраль 2014 йыл, 14:33

Башҡортостандан яугир-интернационалистар Волга буйы федераль округының тантаналарында ҡатнашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Түбәнге Новгородта Афғанстан территорияһында хәрби хәрәкәттәр тамамланыуҙың 25 йыллығына арналған тантаналы саралар уҙҙы. Волга буйының баш ҡалаһына яугир-интернационалистарҙы, үҙҙәренең хеҙҙмәттәштәрен һәм хәрби дуҫтарын иҫкә алырға Афғанстан ветерандары, округтың бөтә төбәктәренән ветеран һәм хәрби-патриот ойошмалары вәкилдәре килгәйне. Саҡырылғандар иҫәбендә Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре лә булды.

— Түбәнге Новгородта тантаналар юғары кимәлдә ойошторолғайны, аэропортта ҡаршы алыуҙан алып ҡайтып киткәнгә тиклем бөтә нәмә уйлап эшләнгәйне. Һәр делегацияға транспорт һәм махсус куратор беркетелгәйне, улар беҙгә бөтә ерҙә өлгөрөргә һәм булырға ярҙам итте, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты БР Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт ойошмаларының Координация советы рәйесе Наил Ғизәтуллин. — Беҙ Афғанстанда һәм Чечняла һәләк булған түбәнге новгородсыларға арналған мемориал комплекста ла, «Нагорный» мәҙәни-күңел асыу комплексында ла, Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең ҡабул итеү бүлмәһендә лә булдыҡ.

«Афғансылар» менән бергә һалдатты ҡулында тотҡан символиклы фәрештә һынына алһыу ҡәнәферҙәр һалдылар, тип һөйләне Наил Ғизәтуллин. Теге һуғыштан әйләнеп ҡайтмағандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Һуңынан ҡораллы салют, почетлы ҡарауылдың тантаналы маршы һәм митинг булды.

Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич исеменән уның урынбаҫары Алексей Сухов бөтә Афғанстан хәрби хәрәкәте ветерандарын һәм республика территорияһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған һалдаттарҙың һәм офирцерҙарҙың ғаилә ағзаларын сәләмләне. Ул Афғанстан ветерандарына йәштәрҙе тәрбиәләүҙә әүҙем позициялары өсөн рәхмәт әйтте.

Дәүләт Думаһы депутаты һәм Рәсәй Афғанстан ветерандары союзы лидеры Франц Клинцевич Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичҡа Афғанстанда һуғыш бөтөүҙең 25 йыллығына арналған саралар үткәреүгә рәхмәтен белдерҙе.

— Был беҙгә, һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына, залда ултырған йәштәргә кәрәк. Афған һуғышы тураһында бөтә дөрөҫлөктө һөйләгәндә, беҙ йәш кешеләргә нисек илде яратырға һәм яҡларға кәрәклектең миҫалын күрһәтәбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Франц Клинцевич.

«Голубые береты», «Каскад», «Контингент» ҡатнашҡан тантаналы концерт  өс сәғәт самаһы дауам итте, ул СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзон сығышы менән тамамланды.

темалар: хәтер