Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Башҡортостан Республикаһы экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары» дәүләт программаһы раҫланды

Иҡтисад

Республика Хөкүмәте төбәктең экологик именлек кимәлен күтәреү һәм тәбиғәт системаларын һаҡлап ҡалыу маҡсатында «Башҡортостан Республикаһы экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары» дәүләт программаһын раҫланы. Программаның дәүләт заказсыһы — БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Бөтә финанс сығанаҡтары, шул иҫәптән федераль, төбәк, урындағы бюджеттар һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар, иҫәбенә программаны тормошҡа ашырыуға дөйөм ассигнованиялар күләме 37152,74 миллион һум тәшкил итә.

Тәбиғәтте һаҡлау сараларын индереү иҫәбенә, атап әйткәндә, атмосфераға бысратыусы матдәләр бүлеп сығарыу иҫәбен кәметеү, файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙың төп төрҙәре запастарын үҫтереү, йылға үҙәндәре участкалары оҙонлоғон, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән төп капиталға инвестициялар күләмен, юғалыу ҡурҡынысы янаған үҫемлектәр һәм хайуандар төрҙәре иҫәбен, шул иҫәптән Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингәндәрҙе лә, һунарсылыҡ ресурстарының мөһим төрҙәре иҫәбен, шулай уҡ мышыны һәм себер ҡоралайын, шулай уҡ БР Экология министрлығының «бер тәҙрә» принцибы буйынса күп функциялы үҙәктәр аша күрһәтелгән тәбиғәтте һаҡлау акциялары ҡатнашыусылары һәм дәүләт хеҙмәттәре өлөшөн арттырыу көтөлә.

Документтың тулы тексты Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть