5 декабрь, Дүшәмбе

20 февраль 2014 йыл, 11:46

Дәүләкән районында Мәҙәниәт йылына старт бирҙеләр

автор: Әлим Фәйезов

Дәүләкән районында Башҡортостанда Мәҙәниәт йылын рәсми асыу үтте. Байрам саралары ҙур концерт менән башланды, унда йыр, бейеү, музыкаль номерҙар менән үҙешмәкәр артистар ҡатнашты. Сәхнәлә башҡор, рус, татар, сыуаш телдәрендә йырҙар яңғыраны, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Мәҙәниәт йылын асып, район хакимиәте башлығы Закир Бикбулатов, күп милләтле халыҡтың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен үҫтереү, һаҡлау һәм арттырыу өсөн бөтә шарттар булдырылған, тип билдәләне. 68 мәҙәниәт учреждениеһы эшләй – район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары, клубтары, китапханалары, тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы, Әхйәр Хәкимов музейы, Балалар сәнғәт мәктәбе, киновидео селтәр. Райондың алты коллективы «халыҡ» исемен йөрөтә, алтауһы – «өлгөлө». Биш милли мәҙәни үҙәк: башҡорт, урыҫ, татар, украин, сыуаш ойошторолған. Үҙэшмәкәр артистар төрлө фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнашып юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Еңеүҙәр копилкаһында – республика, төбәк-ара, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара наградалар.

Йыл һайын төрлө кимәл бюджеттарынан мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға средстволар йүнәлтелә. Был аҡсаларға 2013 йылда балалар китапханаһында, сәнғәт мәктәбендә, киновидео селтәрҙә, Әхйәр Хәкимов музейында капиталь һәм ағымдағы ремонт эшләнгән. Бынан тыш, тауыш ҡорамалдары, музыкаль инструменттар, компьютер техникаһы һатып алынған. Быйыл миллион ярымдан ашыу суммалыҡ сәхнә костюмдары алынған.

Закир Бикбулатов район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә «Ситроен» маркалы яңы автобустан асҡыс тапшырҙы һәм ижади уңыштар теләне.