8 декабрь, Кесе йома

20 февраль 2014 йыл, 10:54

Башҡортостан Хөкүмәтендә балалар ялы мәсьәләһе тикшерелде

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостан Хөкүмәтендә Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең, йәштәрҙең ялын һәм мәшғүллеген тәьмин итеү, һаулығын нығытыу буйынса ведомство-ара республика комиссияһының ултырышы уҙҙы. Кәңәшмәне БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова үткәрҙе.

— Балаларҙың һаулыҡтарын нығытыу һәм йәйге ялын ойоштороу Хөкүмәт эшенең стратегик йүнәлеше булып тора. Йыл һайын балаларҙың һаулыҡтарын нығытыуҙың төрлө формалары, шул иҫәптән әҙ сығымлы, менән тәьмин итеү 96 процент тәшкил итә, ҡала ситендәге лагерҙарҙа – 86 процент. Яҡшы һан, әммә һандар артынан сифат барырға тейеш. Бөгөн һауыҡтырыу ҙа, үҫешеү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк инфраструктураны үҫтерергә кәрәк, — тип билдәләне вице-премьер.

Кәңәшмәлә балалар ялы өлкәһендә яңы нормативтар индереү тикшерелде.

Республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов хәбәр итеүенсә, профилле лагерҙарға ихтыяж ҙур. 2013 йылда 74 көн дауамында 486 профилле лагерь 20 меңдән ашыу кешене йәлеп итте. Быйыл шул уҡ учреждениелар иҫәбендә 21 көн дауамында өҫтөмә 50 профилле смена ойоштороу планлаштырыла, унда тағы ла 1,5 мең бала ял итә аласаҡ. «Ул путевканың уртаса хаҡын түләү мехнанизмын ҡулланыу менән бюджет средстволары иҫәбенә эшләнәсәк. Профилле сменаларҙың йүнәлешенә ҡағылғанда, улар төбәктең базалы уҡыу пландарында нигеҙләнәсәк һәм тәү сиратта һәләтле балалар һәм «олимпиадасылар» менән эште уратып аласаҡ», — тип аңлатты министр.

2015 йылдан алып ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларҙың ялын федераль бюджеттан финанслау туҡтатыласаҡ. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова, ял иткән балаларҙың иҫәбе кәмемәйәсәк, йөктө үҙ өҫтөнә республика бюджеты ала, тип белдерҙе. «Әгәр 2013 йылға 14 миллион һум планлаштырылған булһа, 2014 йылда аҙ тәьмин ителгән ғаиләрҙән балаларға ял итеү өсөн 20 миллион һум бүленгән. 2014 йылға һәм 2015-2016 йылдар план осорона бюджетты формалаштырғанда республика бюджетынан средстволарҙы арттырыу буйынса тәҡдимдәр индерәсәкбеҙ», — тип хәбәр итте министр урынбаҫары.

Муниципаль берәмектәр араһында финанстар балалар иҫәбенә ярашлы бүленсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Лилиә Ғүмәрова.

Вице-премьер урындағы властарға медицина лицензиялау талап иткән балалар учреждениеларында медицина кадрҙарын һайлап алыуҙы алдан хәстәрләргә һәм уларҙың хеҙмәтенә түләүҙе уйларға тәҡдим итте, сөнки ул Һаулыҡ һаҡлау министрлығы компетенцияһына инмәй.

Министрлыҡ мәғлүмәттәренә ярашлы, 2014 йылда ҡала ситендәге лагерҙа бер көн булыу 605 һум тәшкил итәсәк (2013 йылға ҡарағанда 35 һумға ҡиммәтерәк), шифахана тибындағы учреждениела – 702 (40 һумға ҡиммәтерәк), ике тапҡыр туҡланыу менән көндөҙгө лагерҙа – 79, өс тапҡыр туҡланыу менән – 116 (4 һумға ҡиммәтерәк).