Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Силәбелә башҡорт йырҙарын башҡарыусылар ярышты

Мәҙәниәт

Силәбелә «Яңы Йондоҙ» башҡорт йыры конкурсының һайлап алыу туры уҙҙы. Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров һөйләүенсә, башҡорт йырын пропагандалау, башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен пропагандалау, дөйөм мәҙәни киңлек булдырыу һәм яңы башҡарыусыларҙы асыҡлау – ижади конкурстың маҡсаты булып тора.

Конкурстың был этабында Силәбе өлкәһенән бөтәһе 30 башҡарыусы ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙың сығыштарын талантлы башҡорт йырсыһы һәм композитор Фәнис Солтанғолов рәйеслегендәге абруйлы жюри баһаланы.  

Төрлө-төрлө репертуар, сағыу индивидуаллек, артистизм һәм күп йырсыларҙың оҫталығы конкурсты иҫ киткес концертҡа әйләндерҙе. Жюри ағзалары, Силәбелә 16 мартта үтәсәк, икенсе турға ике коллективты һәм 17 дәғүә итеүсене һайланы.

Конкурстың ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге һәм «Башҡорт Ҡоролтайы» Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмаһы булышлығында «Яңы Йондоҙ» студияһы етәксеһе, Ҡоншаҡ районынан Илдар Хөснөтдинов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть