3 декабрь, Шәмбе

19 февраль 2014 йыл, 17:53

Башҡортостанда Зыя Нурыевтың тыуыуына 100 йыллыҡты билдәләйәсәктәр

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2015 йылда күренекле дәүләт эшмәкәре – Зыя Нурыевтың тыуыуына 100 йыллыҡты байрам итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. БР Хөкүмәтенә юбилейлы сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырырға, шулай уҡ киләсәк сығымдарҙың финанслау сығанағын билдәләргә ҡушылды, тип хәбәр ителә республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында.

Белешмә. Зыя Нурый улы Нурыев – Совет дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1957 йылдың 14 июненән алып 12 йыл дауамында КПСС Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары булып эшләй. Артабан элекке Советтар Союзының бер нисә эре министрлығын һәм ведомствоһын етәкләй, СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Социалистик Хеҙмәт Геройы. 2012 йылдың 19 октябрендә Мәскәүҙә 98-се йәшендә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән.