Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Яңауыл ҡалаһы мәсетендә умартасылыҡ нигеҙҙәре буйынса уҡыталар

Йәмғиәт

Яңауыл ҡалаһының «Ислам» мәсетендә умартасылар курстары асылды. Тәүге дәрестә район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге, ветеринар станцияһы белгестәре, бәләкәй бизнес вәкилдәре, тәжрибәле ҡортсолар сығыш яһаны.

Уҡыуҙарға төрлө йәштәге кешеләр килде. Белгестәр умартасылыҡ теорияһы һәм практикаһы буйынса лекциялар уҡыны һәм шулай уҡ үҙ кәңәштәре менән уртаҡлашты.

Яңауыл районы имам-мөхтәсибе Фәһим Вәлиев, дини берләшмә райондың йәмәғәт тормошонан ситтә ҡалырға тейеш түгел, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Был курстар эшһеҙлек кеүек социаль проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Ни тиһәң дә ислам дине умартасылыҡҡа биң ыңғай ҡарай, — тине Фәһим Вәлиев.

Курстар апрелгә тиклем дауам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть