10 декабрь, Шәмбе

19 февраль 2014 йыл, 17:19

Суд приставтары етем балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

автор: Сергей Захаров | фото: Суд приставтары хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте фотолары

Рәсәй Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында БР Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, махсус балалар учреждениелары вәкилдәре етәкселәре ҡатнашлығында кәңәшмә үтте.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, алименттар алыу тураһында документты үтәгәндә һәм етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн дәүләт белем биреү учреждениелары; сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн махсус (коррекция) белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәренә, шулай уҡ опека һәм попечителлек органдарында иҫәптә торған балаларға торлаҡ биреүҙә үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Һүҙ шулай уҡ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар файҙаһына алименттар түләү буйынса башҡарма документтарҙы һәм мөрәжәғәттәрҙе тикшереү буйынса эште ойоштороу тураһында барҙы. Был эштең сифатын яҡшыртырға бирәсәк саралар билдәләнде.

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға торлаҡ биреү тураһында суд ҡарарҙарын үтәү Рәсәй Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тороуы һәм айырыуса контроль аҫтында булыуы билдәләнде.