11 декабрь, Йәкшәмбе

19 февраль 2014 йыл, 16:50

Башҡорт кавалерия дивизияһы музейыда ветерандарҙы хөрмәтләнеләр

автор: Ринат Сәғитов

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Ватан һаҡсылары көнөнә арналған «Рәсәйгә хеҙмәт итеп» хәтер акцияһы уҙҙы. Унда Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандары, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирҙарының балалары һәм туғандары һәм яугирҙары, йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Рәсәй Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге 29-сы отряды ҡатнашты.

Хәтер кисәһен тантаналы рәүештә БР хәрби комиссариатының Өфөнөң Дим районы буйынса бүлек начальнигы Илдар Яппаров асты. Ул Ватан һаҡсылары көнөнөң тарихы тураһында һөйләне, йыйылғандарҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы.

Концерт программаһын «Орион» балалар-үҫмерҙәр ижады һарайы тәрбиәләнеүселәре һәм Дим районы ветерандарының украин хоры ҡуйҙы.

— Бөтәһен дә һуғыш ветераны Михаила Черниковтың сығышы ҡыуандырҙы. Ул һуғыш йылдары йырҙарының моңон гармунда оҫта башҡарҙы, уға залда ултырыусылар ҡушылып йырланы, — тип хәбәр итте музейҙың ғилми хеҙмәткәре Наталья Годованец.

Музей хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм Афғанстандағы һуғыш тураһында документаль фильмдарҙан өҙөктәр күрһәтте.