8 декабрь, Кесе йома

19 февраль 2014 йыл, 16:24

Йыл башынан алып Башҡортостандың 6 районында һәр һыйырҙан 500 килограмдан ашыу һөт һауып алынған

автор: Галина Бахшиева

Республиканың алты район хужалыҡтарында 2014 йыл башынан алып һәр һыйырҙан 500 килограмдан ашыу һөт һауып алынған.

Бына шулай, Дүртөйлө районында был күрһәткес 503 килограмға, Өфөлә – 546, Мәләүездә – 556, Ауырғазыла – 570, Стәрлетамаҡта – 661, Саҡмағошта 690 килограмға етә. Шуның менән бергә, Башҡортостан буйынса уртаса алғанда һәр һыйырға әлеге ваҡытта 439-шар килограмм һөт тура килә. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә хәҙер һәр һыйырҙан уртаса тәүлек һауым 9,9 килограмм тәшкил итә, ул былтырғыға ҡарағанда 200 грамға күберәк.

Бөгөнгө көнгә һауымдың иң юғары күрһәткестәре – һәр һыйырҙан 15 килограмдан ашыу – Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары малсылары ала. Тәүлегенә 12 килограмдан ашыу – Ауырғазы, Мәләүез һәм Өфө райондары малсылары ала.

Дөйөм алғанда Башҡортостан буйынса тулайым һауым йыл башынан алып 156,4 мең тоннанан артҡан. Уларҙың 72,4 мең тирәһе тоннаһын ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары етештергән һәм 63,7 мең самаһы тоннаһын һатҡан.

Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары элеккесә алдынғы урында, улар йыл башынан алып 4,9 һәм 4,6 мең тоннанан ашыу һөт етештергән. 5,2 меңдән ашыу һәм 4,8 мең самаһы тоннаһын һатҡан.