8 декабрь, Кесе йома

19 февраль 2014 йыл, 15:19

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының эфирын бөтә мобиль ҡоролмаларҙа ҡарап була

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Лариса Ветлугина коллажы

Республика ваҡиғаларын күҙәтеү ябайлаштырылды һәм уңайланды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының мобиль ҡоролмалар өсөн бушлай рәсми ҡушымтаһы сыҡты. Уны күсереп, тамашасылар республика яңылыҡтарын, программаларҙы һәм фильмдарҙы планетаның теләһе ҡайһы нөктәһендә ҡарау мөмкинлеген аласаҡ. Һуңғы осорға тиклем «БСТ» телеканалы эфиры онлайн режимда Android операция системаһы булған мобиль ҡоролмаларҙа ҡарап була ине. Хәҙер республиканың төп каналын iOS операция системаһы менән iPhone, iPad, iPod touch-та онлайн форматта ҡарап була, шулай уҡ телетапшырыуҙар программаһы бар.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директорының телевидение буйынса урынбаҫары Азамат Әлмөхәмәтов билдәләүенсә, «Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һуңғы йылда күп технологик модернизациялар булды. Атап әйткәндә,  Smart TV – яңы быуын телевизорҙарында каналдар ҡарау мөмкинлеге барлыҡҡа килде. «Триколор ТВ» юлдаш телевидениеһының Рәсәй операторы менән хеҙмәттәшлек 2013 йылдың 1 октябренән алып Башҡортостан юлдаш телевидениеһын Рәсәйҙең үҙәк өлөшөндә һәм хатта өлөшләтә Европаға трансляциялау мөмкинлеге бирҙе».

— Беҙҙең өсөн ул мөмкинлектәрҙең киңәйеүе һәм, әлбиттә, күберәк иреклек. Мобиль телевидение бөтә донъя буйынса популярлыҡ яулай, — тип өҫтәне Азамат Әлмөхәмәтов. — Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ҡушымтаһының беренсе ҡулланыусыларының тәьҫораттары күберәк тиҙлеккә ҡағыла, әммә был инде мобиль операторҙарының эше.