6 декабрь, Шишәмбе

19 февраль 2014 йыл, 14:17

Республика делегацияһы Мәскәүҙә АККОР XXV съезында ҡатнашасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан делегацияһы Рәсәйҙең Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының (АККОР) XXV съезында ҡатнаша, ул Мәскәүҙә 20-21 февралдә үтә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй фермерлығы өсөн мөһим сарала 80 төбәктән 800-ҙән ашыу делегат ҡатнашасаҡ.

Башҡортостан делегацияһы составында – республика Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәил Афзалов етәкселегендә 19 кеше. Делегация составына БР Ауыл хужалығы министрлығы, БР Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр союзы, БП Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге вәкилдәре, шулай уҡ Архангель, Балтас, Баҡалы, Бишбүләк, Борай, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Миәкә, Нуриман, Туймазы һәм Шаран райондары фермер хужалыҡтары етәкселәре, район крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ассоциациялары ағзалары инде.

Рәсәйҙең Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының «юбилейлы» съезында РФ ауыл хужалығы министры Николай Федоров, Рәсәй Хөкүмәте вәкилдәре, Федерация Советы етәкселеге һәм ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, төбәктәр власть органдары етәкселәре ҡатнашыуҙары көтөлә. Бынан тыш, съезға Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы, Халыҡ-ара фермерҙар ойошмаһы делегациялары, Германия, АҠШ, Финляндия, Ҡаҙағстан һәм Белорусия крәҫтиән (фермер) союздары вәкилдәре киләсәк.

Фекер алышыуҙың төп темалары – фермерлыҡ потенциалын үҫтереү, эшләп килгән Дәүләт программаһы сиктәрендә бәләкәй форма хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләре буласаҡ. Съезда ҡатнашыусылар шулай уҡ ер мөнәсәбәттәрен, ауыл хужалығы продукцияһын һатыу һәм кооперацияны үҫтереү, ауылдың социаль төҙөлөшөндә фермер хужалыҡтарының ролен, фермерлыҡ хәрәкәтен нығытыуҙы тикшерәсәк.

Рәсәйҙең Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының съезы эшенең тәүге көнөндә, 20 февралдә, делегаттарҙың профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре менән эшсе осрашыуҙар һәм кәңәшмәләр үткәреү планлаштырылған.

21 февралдә Мәскәү ваҡыты буйынса сәғәт 10-дан алып 12-гә тиклем пленар ултырыш уҙасаҡ, уның тура трансляцияһы АККОР сайтында ойоштороласаҡ.