8 декабрь, Кесе йома

18 февраль 2014 йыл, 18:22

Өфө Рәсәйҙең эре сәнәғәт үҙәктәре унлығына инде

автор: Ринат Сәғитов

2013 йылда Өфө Рәсәйҙең 250 эре сәнәғәт үҙәктәре араһында етенсе урынды биләне. Ҡала планканы етенсе йыл рәттән төшөрмәй. Бының турала Ирек Ялалов 2013 йылда Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтары буйынса барған матбуғат конференцияһында хәбәр итте.

2013 йылда предприятиеларҙың килем күләме 118 миллиард һумға етте. Ул 2012 йыл кимәленән 61 процентҡа күберәк. Шулай уҡ Өфөлә Рәсәйҙә миллионлы ҡалалар араһында файҙаһыҙ предприятиеларҙың иң түбән өлөшө – ҡалала улар 14,3 процент. Был күрһәткес йыл йомғаҡтары буйынса күҙалланған кимәлдән кәмерәк булды. Иҡтисадсылар 2014 йыл башына файҙаһыҙ предприятиеларҙың өлөшө 18 процент кимәлендә буласаҡ тип уйлағайны.

2013 йылда инвестициялар күләме 100 миллиард һумдан артты. Шулай итеп, Өфөнөң һәр кешеһенә 100 мең һум самаһы инвестиция аҡсаһы тура килә.

-  Ҡала хужалығының бөтә өлкәләрен үҫтереү буйынса эште дауам итәсәкбеҙ. Муниципалитет эше йүнәлештәрен йәмәғәт фекерен өйрәнеү нигеҙендә планлаштырасаҡбыҙ, — тине Ирек Ялалов.