10 декабрь, Шәмбе

18 февраль 2014 йыл, 17:57

2013 йылда Өфөлә 126 мең квадрат метр социаль торлаҡ төҙөлгән

автор: Ринат Сәғитов

2013 йылда Өфөлә файҙаланыуға 817 мең квадрат метр торлаҡ тапшырылған. Был һуңғы 25 йыл эсендә иң яҡшы күрһәткес. Тапшырылған социаль торлаҡ күләме 2013 йылда 126 мең квадрат метрға етте, ул 2012 йыл кимәленән 22 процентҡа юғарыраҡ. Бының турала Ирек Ялалов 2013 йылда Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтары буйынса барған матбуғат конференцияһында хәбәр итте.

Һуңғы ике йыл эсендә республика Хөкүмәте булышлығында 21 балалар баҡсаһы төҙөлгән һәм реконструкцияланған. Дәүләттеке булмаған балалар баҡсалары һаны һуңғы йылда ике тапҡырға тиерлек үҫте.

Ҡала транспорт мәсьәләләрен хәл итеүҙә етди алға китте. Ике йыл эсендә 50 самаһы урам төплө ремонтланған, ул автомобилдәрҙең иҫәбе артыуға бәйле юлдарҙағы көсөргәнешлекте кәметте.

2013 йылда мөһим объект Дим юлы булды. Уны төҙөүгә республика бюджетынан 1,6 миллиард самаһы аҡса сарыф ителгән. Әлеге ваҡытта муниципалитет Черниковкала Тимәш юлын төҙөү өҫтөндә эшләй.

2014 йылда Өфө – Аэропорт автомобиль юлында Чесноковка ауылы эргәһендә юл үткәргесе төҙөлөшөн тамамларға планлаштыралар. Затон яғынан Ағиҙел йылғаһы аша икенсе күпер төҙөлә башланған.

Өфөлә «Үҫмерҙәр китапханаһы» һәм «Дан бульвары» йәмәғәт транспорты туҡталыштары янында ер аҫты үткәүелдәре төҙөлдө. Интернациональ урамында яңы үткәүел проектлау башланған.

Миллионлы ҡала өсөн көнүҙәк мәсьәлә — заманса ҡойма ямғыр канализацияһы селтәре булмауҙы хәл итеү буйынса эш дауам ителә. Әлеге ваҡытта ҡойма ямғырҙар һәм ирегән ҡар һыуҙары юлдарҙың биттәрен йыуыуға һәм Сипайлово, Нижегородка, Затон биҫтәләрен һыу менән батырыуға килтерә. Ҡала алдында, халыҡ өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмау өсөн, бындай масштаблы эштәрҙе ойоштороуҙа киләсәктә уйлап килеү бурысы тора.

— Был бөтә һәм башҡа ҡаҙаныштар Өфө бюджеты килеменең үҫеү һөҙөмтәһендә мөмкин булды. 2013 йылда килем 24 миллиард һум самаһы тәшкил итте һәм 2011 йыл менән сағыштырғанда алты миллион һумдан ашыуға үҫкән. Был килемебеҙҙең үҫеүе һәм республика етәкселеге яғынан ғүмерҙә булмаған ярҙамы һөҙөмтәһендә өлгәшелде, — тип хәбәр итте Ирек Ялалов.