Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө халҡының иҫәбе 1 миллион 100 мең кешенән артты

Йәмғиәт

Өфө халҡының иҫәбе 1 миллион 100 мең кешенән артты. Был хаҡта Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһында хәбәр итте.

2013 йылда ҡалала 17,2 меңдән ашыу бала тыуған. Ул 2012 йыл күрһәткестәренән биш процентҡа күберәк. Тәбиғи үҫеш 4788 кешегә етте. 2013 йыл эсендә Өфө тыуым һәм халыҡтың тәбиғи үҫеше буйынса Рәсәйҙең миллионлы-ҡалалары араһында (1000 кешегә иҫәпләгәндә) иң юғары күрһәткескә эйә булды.

— Өфө – ул алты йыл рәттән халыҡ иҫәбенең үҫеш динамикаһы билдәләнгән Рәсәйҙә берҙән-бер миллионлы ҡала, — тип билдәләне Ирек Ялалов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть