10 декабрь, Шәмбе

18 февраль 2014 йыл, 11:23

Башҡортостан ҡиммәтле тиреләр етештереүҙә алдынғы урындарға дәғүә итә

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостандың ҡиммәтле тиреләр етештереү буйынса Рәсәйҙең алдынғы урындарына сығырға бөтә мөмкинлектәре бар. Төбәктә ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетеү һәм етештереү күләмен арттырыу буйынса мәсьәләләр хәл ителде. Был хаҡта Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында үткән кәңәшмәлә хәбәр иттеләр. Министрлыҡ вәкилдәренән тыш, унда Күгәрсен районы менән ситләшкән республиканың туғыҙ районының ауыл хужалығы идаралығы начальниктары һәм баш зоотехниктары ҡатнашты. Тап бында «Октябрь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте урынлашҡан – ул Башҡортостанда берҙән-бер ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетеүҙә махсуслашҡан предприятие.

«Октябрь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостан Республикаһының Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә 18 өҫтөнлөклө проекттары исемлегенә инә.

Бөгөнгө көнгә «Октябрь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 12,5 мең тирәһе ҡиммәтле тиреле йәнлек бар. 11 мең самаһы йәнлек тиреһе һатылған. Кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, был предприятие ҡиммәтле тирелә махсуслашҡан Рәсәйҙең 40 предприятиелары араһында, үҙ продукцияһын юғары Европа сифаты итеп маркалау һәм донъялағы биш махсус ҡиммәтле тире аукциондарының береһендә – SagaFurs (Финляндия) ҡуйырға хоҡуҡлы берҙән-бере булып тора. Был аукцион – дәрәжәлек буйынса Копенгагендыҡынан һуң икенсе.

«Октябрь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Александр Авдеев әйтеүенсә, ҡиммәтле тирелә донъя ихтыяжы йыл һайын үҫә. Мәҫәлән, Рәсәйҙә эске талап күләме йылына 5 миллион тире тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең производство 30 проценттан да артмай. Шуға күрә баҙар етерлек кимәлдә һыйышлы, тимәк, унда яҡшы уңышҡа ирешеп була.

Миҫалға, 2400 баш шәшке йәки 1200 баш аҡ төлкө булып, бөтә йәнлектәрҙе ҡарау һәм ашатыу технологияларын үтәгәндә, тире һатыуҙан йыллыҡ табыш 8 миллион һум тәшкил итәсәк.

Шуның менән бергә, производствоға баштағы капитал байтаҡ ҡына кәрәк. Әлеге ваҡытта «Октябрь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 300 миллион һум самаһы капитал һалған, уға йәнлектәрҙе сит илдән һатып алған, йәнлектәрҙе ҡарау өсөн ҡаралтылар төҙөгән, һуйыу һәм тиреләрҙе эшкәртеү һәм башҡалар өсөн махсус ҡорамалдар алған. Предприятие Европа стандарттарына ярашлы йәнлектәрҙе тотоуға ярашлы тураһында SagaFurs сертификатын тиккә генә алмаған.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә «Октябрь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең алдынғы тәжрибәһен иҫәпкә алырға һәм уны яҡын район хужалыҡтарында (250 км радиусында) ҡабатларға ҡарар иттеләр. Предприятие проектты бойомға ашырырға тотонасаҡ хужалыҡтар менән ҡарау, ашатыу, шәшкеләрҙе һәм аҡ төлкөләрҙе тәрбиәләү тәжрибәһе менән уртаҡлашыуҙан тыш, Европа стандарттары тоҡомдарына ярашлы үҙҙәрендә үрсетелгән көсөктәрҙе, махсус аҙыҡты илтеп биреүҙә, һуйыуҙа һәм тиреләрҙе эшкәртеүҙә, уларҙы SagaFurs аукционында һатыуҙа ярҙам итешергә әҙер.

Бынан бөтәһе лә отошта ҡаласаҡ: баҙарға инеү юлын ситләп һәм нулдән башлағандағы кеүек ҙур сығымдар сығармай, ҡиммәтле тиреле йәнлектәрҙе үрсетеү менән шөғөлләнә башлаясаҡ, предприятиелар ҙа һәм, төп оператор булараҡ, «Октябрь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә. Ә иң мөһиме: был проектты ғәмәлгә ашырыуҙан Башҡортостан баҙарҙа был ҡатламды биләй һәм донъяны ҡиммәтле тире менән тәьмин итеүселәрҙең береһе булып китә аласаҡ. Бынан төбәк иҡтисады тик отошта ғына ҡаласаҡ.

Александр Авдеев фекеренсә, Башҡортостандың потенциалы ҙур. Башҡортостанда климат шарттары ҡиммәтле тиреле йәнлектәрҙе үрсетеүгә идеаль тап килә. Үҫешкән малсылыҡ, уларҙың ҡалдыҡтары бик яҡшы аҙыҡ нигеҙе булып тороуо – республиканың илдең башҡа төбәктәре алдында тағы ла бер әһәмиәтле өҫтөнлөгө.