3 декабрь, Шәмбе

17 февраль 2014 йыл, 17:57

Ейәнсура районында һәләтле балалар «Золушкала балда» булды

автор: Гөлфиә Акулова

Ейәнсура районында «Золушкала балда» XVI балалар үҙешмәкәр ижадының район фестивале үтте. Традицион конкурс сараһы һәр йыл һайын яңы таланттарҙы аса һәм һәләтле балаларҙың ижади үҫешенә ярҙам итә. Быйылғы фестивалдә 700 самаһы артист ҡатнашты, тип хәбәр итә Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте. Ҡатнашыусылар 3 йәштән алып 8 йәшкә тиклем һәм 9 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге категорияларҙа ярышты. Улар «Хореография», «Вокал» һәм «Инструменттар музыкаһы» номинацияларында 190-дан ашыу художество номерҙарын тәҡдим итте. Байыш, Иҙелбәк, Иҙәш, Таҙлар, Яңы Себенле, Үтәғол, Сиреғол, Ибрай, Ҡужанаҡ, Яныбай ауылдары мәҙәниәт йорттарының сығыштары юғары кимәлдә булды. Иҫәнғол ауылы учреждениелары араһында 1-се, 2-се урта белем биреү мәктәптәре, башҡорт гимназия-интернаты, С. Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе иң яҡшылары булды.

Фестиваль еңеүселәре 1 июнгә билдәләнгән гала-концертта ҡатнашасаҡ. «Балалыҡ байрамы» Халыҡ-ара Балаларҙы яҡлау көнөнә һәм Мәҙәниәт йылына арналасаҡ.

темалар: фестивалдәр