Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Благовар районында сабаталар үреү техникаһын үҙләштерәләр

Йәмғиәт

Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге «Олатайымдың сабаталары» темаһына танып белеү сәғәтен үткәрҙе. Оҫта Ринах Ғиндуллин Благовар районы Һарайлы дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыларына сабаталар үреү техникаһы тураһында һөйләне.

Оҫта был аяҡ-кейеменең тарихы тураһында һөйләп кенә ҡалманы, ә сабатаны нисек үреүен дә күрһәтте. Уҡыусылар шулай уҡ үҙҙәре лә сабата үреп маташты, ә һуңынан яңы аяҡ-кейемде кейеп ҡараны. Сара уҡыусыларға тарихты, традицион милли көнкүреште тәрәнерәк белергә ярҙам итте.

Һыҙырылған йүкәнән үрелгән аяҡ-кейеме ауыл ерендә киң ҡулланылған. Сабаталар үреү менән ауыл халҡы ҡышын, баҫыу эштәре булмағанда, шөғөлләнгән. Уға сеймалды йәйен әҙерләгән. Ныҡлыҡ өсөн табанын тал, йүкә, бау менән үргәндәр йәки күн менән теккәндәр. Хәҙер сабаталарҙы музейҙарҙа ғына күреп була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть