5 декабрь, Дүшәмбе

17 февраль 2014 йыл, 16:57

БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты журналистарҙы конкурста ҡатнашырға саҡыра

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты журналистар өсөн ижади конкурс ойоштороуы тураһында иғлан итте.

Ойоштороусылар федераль киң мәғлүмәт сараларының төбәк редакциялары, республика, ҡала гәзиттәре, журналдары, телевидениелары, радиолары һәм электрон киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен ҡатнашырға саҡыра.

Конкурс «Матбуғат киң мәғлүмәт саралары», «Электрон киң мәғлүмәт саралары», «Телевидение», «Радио» номинациялары буйынса уҙғарыла.

Эштәр профессоналлек кимәле, теманы асыуға ижади алым, шулай уҡ мәғлүмәти һығымталар иҫәбе, дөрөҫлөгө һәм мәғлүмәти бай эстәлеге буйынса баһаланасаҡ.

Заявкалар һәм материалдар 2014 йылдың 1 мартына тиклем goskomzakaz62@bashkortostan.ru электрон адресына ҡабул ителә. Тулыраҡ ведомствоның рәсми сайтында баҫылған.

Ижади ярыштың йомғаҡтары 2014 йылдың 6 мартында иғлан ителәсәк.

темалар: конкурстар