11 декабрь, Йәкшәмбе

17 февраль 2014 йыл, 16:26

Ағиҙел мәҙәни баш ҡала буласаҡ

автор: Гөлфиә Акулова

Ағиҙел ҡалаһында был аҙнала Мәҙәниәт йылын асыу хөрмәтенә байрам саралары уҙасаҡ. Шулай уҡ муниципаль берәмектәр араһында республика мәҙәни ваҡиғалар марафоны штандартын тапшырыу буласаҡ. «Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, үткән аҙнала марафон Илеш районында үтте.

Ағиҙелдә концерттар, күргәҙмәләр һәм башҡа төрлө мәҙәни саралар ойоштороласаҡ. Үҙәк китапханала «Савитар» балалар өсөн өҫтәмә белем биреү үҙәге уҡыусыларының эштәре күрһәтеп ҡуйыласаҡ. Балалар сәнғәт мәктәбендә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 25 йыллығына арналған сара үткәреләсәк. Был уҡ датаға Үҙәк китапхананың үҫмерҙәр өсөн клубында «Билдәле кешеләр менән осрашыу» арналасаҡ. Ҡала спортсылары йәштәр үҙәгендә ирҙәр спорты фестивалендә ҡатнашасаҡ.

Республика халыҡ ижады үҙәге хәбәр итеүенсә, «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны исемлегендә киләһе Краснокама районы буласаҡ.