10 декабрь, Шәмбе

17 февраль 2014 йыл, 15:58

Баш ҡалала боҙға үрмәләүҙә альпинизм буйынса Донъя кубогы финалы һәм Европа чемпионаты уҙасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә 28 февралдән 2 мартҡа тиклем «боҙға үрмәләү» дисциплинаһында тау туризмы буйынса Донъя кубогы финалы һәм Европа чемпионаты уҙасаҡ.

Беренсе тапҡыр Башҡортостандың баш ҡалаһына донъяның 20-нән ашыу иленән ҡышҡы экстрим яратыусылар киләсәк. Уларҙы илдең эре скаладромында – «Күлтау» тау майҙанында иң ҡатмарлы трассаның боҙло битләүендә иң көслө исеменә көрәш көтә.

Билдәләп үтергә кәрәк, 2013/2014 миҙгелендә Рәсәйҙә халыҡ-ара кимәлендәге ярыштар ҡабул итеүҙә Өфө берҙән-бер майҙансыҡ буласаҡ. Быға тиклем ошо дисциплина буйынса юғары кимәлдәге спорт сараларын үткәреү урыны Киров булды.

Республика Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, Өфө альпинизм буйынса Рәсәй кубогы финалын (2012) һәм Рәсәй чемпионатын лайыҡлы ҡабул итеп бындай етди ярыштар үткәреү хоҡуғын яуланы.

Старттар ике дисциплина: тиҙлек һәм ауырлыҡ буйынса үткәреләсәк. Шул уҡ ваҡытта Өфөнөң асылы боулдеринг (заманса спорт боҙға үрмәләүҙә ныҡ техник һәм практик ауыр акробатик дисциплина) форматында ауырлыҡ буласаҡ. Әлегә Рәсәйҙән 100-ҙән ашыу ҡатнашыусы заявка биргән.

Донъя кубогы финалында һәм Европа чемпионатында Рәсәй йыйылмаһы составында Өфө спортсылары Альбина Мусабирова һәм Глеб Макуха сығыш яһаясаҡ.