11 декабрь, Йәкшәмбе

17 февраль 2014 йыл, 14:09

Ҡурайсы Рәмил Ғәйзуллин Төркиәлә ҡурай эшләү технологияһын күрһәтәсәк

автор: Гөлфиә Акулова

Башҡортостан Милли халыҡ инструменттары оркестрының художество етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин «International Kaval Symposium» милли тынлы музыка ҡоралдарына арналған халыҡ-ара симпозиумда ҡатнашасаҡ. Форум Истанбулда 20-21 февралдә үтә. Республиканың халыҡ артисы үҙенең ижадында ҡулланған башҡорт музыка ҡоралдары тураһында һөйләйәсәк. Шулай уҡ Рәмил Ғәйзуллин конференцияла ҡатнашыусыларға ҡурай үләненең кибеп ҡороған һабағынан, көпшәһенән башҡорт музыка ҡоралын әҙерләү традицион технологияһы буйынса оҫталыҡ-класы күрһәтәсәк. Сараны Истанбул технология университеты һәм дәүләт консерваторияһы ойоштора, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан.