3 декабрь, Шәмбе

17 февраль 2014 йыл, 13:50

Республикала 1 синыф уҡыусыларының өҫтәмә каникулдары башланды

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда 1 синыф уҡыусыларының өҫтәмә аҙналыҡ каникулдары башланды. Улар бөтәһе өсөн дә мотлаҡ, әммә һәр мәктәп уларҙың башланыу датаһын үҙе билдәләй.

Өсөнсө иң оҙон сиректең уртаһында өҫтәмә ял аҙнаһы индереү тураһында ҡарар бер нисә йыл элек федераль кимәлдә ҡабул ителә. Быға оҡшаш норма беренсе синыф уҡыусыларын уҡытыуҙы ойоштороуға санитар-эпедимиологик талаптарҙы үтәү менән бәйле. Өҫтәмә каникул аҙнаһы менән бер тиңдә иң бәләкәй уҡыусылар өсөн бер нисә йомшаҡлыҡ ҡаралған. Мәҫәлән, балаларға билдәләр ҡуйылмай.

Быйылғы уҡыу йылында республикала 43 меңдән ашыу беренсе синыф уҡыусыһы белем ала.

Уҡыусылар өсөн яҙғы ял 23 мартта башланасаҡ.

темалар: белем биреү