7 декабрь, Шаршамбы

17 февраль 2014 йыл, 12:12

Башҡортостанда яҙғы сәсеү 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда башҡарыласаҡ

автор: Галина Бахшиева

2014 йылда Башҡортостан аграрийҙарына яҙғы сәсеүҙе 2 миллиондан ашыу гектарҙа башҡарырға кәрәк буласаҡ. Уның 1,267 миллион гектарын яҙғы һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары биләйәсәк, шуның эсенән 577 мең гектары яҙғы бойҙайға бүленә.

Техник культуралар быйыл 292 мең гектарҙы биләйәсәк, уларҙың 50 мең гектары – шәкәр сөгөлдөрө, 105 мең гектары – катруф һәм йәшелсә. Мал аҙығы культуралары менән 389 мең гектарҙы сәсеү планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Тотош Рәсәй буйынса быйыл 78,6 миллион гектар сәселәсәк, ул 2013 йылға ҡарағанда 900 мең гектарға күберәк.

Шул арала ужым культуралары менән Башҡортостанда 550 мең гектар биләнгән. Оператив мәғлүмәттәргә ярашлы, сәсеүҙең 70 проценты яҡшы хәлдә, 29 – ҡәнәғәтләнерлек.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ужымдар вегетацияны октябрҙең тәүге яртыһында тамамланы, ул нормаға яҡын. Һауа торошо шарттары уларҙың ҡышлауына яйлы булды.

Республиканың агрономия хеҙмәттәре ай һайын ужым культураларының хәле буйынса күҙәтеү алып бара. Ғинуар аҙағында – февраль башында һынауҙы үҫтереү өсөн монолиттар алынған. Беренсе һөҙөмтәләре февралдең икенсе яртыһында билдәле буласаҡ.

Аграр ведомствола билдәләүҙәренсә, әлеге ваҡытта райондар хужалыҡтарында ете мең тонна самаһы минераль ашлама бар. Уңайлы хаҡтар буйынса минераль ашламаларҙы арттырыу өсөн «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Агрохимүҙәк» сауҙа йорто яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм башҡа бер нисә предприятие менән килешеү төҙөү планлаштырыла.

Республикала хәҙер ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау буйынса эштәр ҙә көйлө бара. Бына шулай, февраль башында ауыл хужалығы предприятиеларында булған 16 226 тракторҙың 13 148 берәмеге, йәғни 81 проценты, эшкә яраҡлы торошта.

Ремонт миҙгеле башланғандан – 2013 йылдың 1 октябренән алып – Башҡортостанда бөтәһе 3600 трактор ремонтланған, ул планлаштырылған кимәлдең 80 процентын тәшкил итә.

Үҙ сиратында, тупраҡ эшкәртеү машиналарының һәм ҡоралдарының, барлыҡ булғандарға ҡарата, техник әҙерлеге 83-85 процент, сәскес һәм сәсеү комплекстарының 82 процент тәшкил итә.

Бөгөн махсус предприятиеларҙа капиталь-төҙөклөндереү ремонтында һәм модернизациялауҙа 30-ҙан ашыу сәскес тора.

Быйыл яҙғы сәсеү кампанияһын уҙғарғанда яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтар тоннаһына 32-33 мең һум күләмендә күҙаллана. Сағыштырыу өсөн: 2012 йылда яҙғы сәсеү тоннаһына 20 440 һумда башланғайны, 2013 йылда – тоннаһы 29 300 һум.

2013 йылда яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә дизель яғыулығына ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең иҫәпләнгән ихтыяжы 40 мең тонна самаһы тәшкил итә. «Нормаль-80» автобензинында – 1,5 мең тонна, дизель мотор майында – 1,7 мең тонна.

2014 йылдың 1 февраленә ҡарата ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең нефть келәттәрендә дизель яғыулығының ҡалған өлөшө 2,8 мең тонна тәшкил итте. Бер йыл элек был күрһәткес 2,1 мең тоннаға тиңләнде, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.