3 декабрь, Шәмбе

17 февраль 2014 йыл, 10:54

Рөстәм Хәмитов совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 25 йыллығын билдәләү буйынса тантаналарҙа ҡатнашты

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 25 йыллығын билдәләү буйынса тантаналарҙа ҡатнашты.

— Был ил тарихында, халҡыбыҙ яҙмышында айырыуса бит. Теге утлы ун йыллыҡ алыҫтараҡ ҡала, әммә уның яралары әле һаман яралмай, — тине Президент, шул ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.

Рөстәм Хәмитов республикабыҙ тарихында афған һуғышы ҡалдырған ауыр биттәрҙе айырыуса билдәләне. Унда 9,5 меңдән ашыу яҡташыбыҙ ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кирегә бөтәһе лә әйләнеп ҡайтманы. 343 хәрби хеҙмәткәр яуҙа үлде йәки яраларҙан һәләк булды.

— Бөгөн беҙ туғандарының һәм яҡындарының тәрән ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. 15 февраль көнө – һәләк булғандарға ихтирам күрһәтеү, тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтҡандарға тәрән хөрмәт һәм рәхмәт белдереү көнө, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

Сарала ҡатнашыусылар һәләк булған һалдаттарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

«Бөгөн афған һуғышы ветерандары үҙҙәрен йәмғиәтебеҙҙең әүҙем, вайымлы өлөшө итеп күрһәтә, эштә тормош асылының мөһимлеген – йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләрендә лә алғы китешкә өлгәшеүҙе, бөтә вайымлы, дәрте кешеләрҙең берләшеүендә генә илдең именлегенә өлгәшеп булыуҙы, раҫлай. Патриот – ул Ватан һәм һәр көн һайын хеҙмәт менән бергә йәшәүсе, ысын эштәр менән уның сәскә атыуына тәьҫир итеүсе кеше».

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы хәрби бәрелештәр ветерандарының йәмәғәт ойошмалары координация советына ҙур эштәре өсөн рәхмәт әйтте. Ул 10 бөтә Рәсәй һәм республика берләшмәһе, дөйөм 40 меңдән ашыу кеше иҫәбе менән уның составына инеүсе республиканың бөтә ҡала һәм район берләшмәләре, эшмәкәрлеген оҫта ойоштора.

Яугир-интернационалистар йәмәғәт иғтибарын, матди кеүек әхлаҡи ярҙамды ла алып бөтөрмәне, тип билдәлен Президент.

— Дәүләт бында хәленән килгәнсе ярҙамды күрһәтә һәм күрһәтәсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Президент тантанала ҡатнашыусы Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙарын тәбрикләне. Рөстәм Хәмитов яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөләрен миҫалған килтереп Афғанстан юлдарын үткән һалдаттарға дәүләт наградаларын тапшырҙы.