2 декабрь, Йома

14 февраль 2014 йыл, 17:06

Өфөлә «Ҡайғырыусы әсә» мемориалына сәскә һалдылар

автор: Ринат Сәғитов

Өфөлә «Ҡайғырыусы әсә» мемориалына — Афғанстан Республикаһында һәләк булған яугир-интернационалистарға иҫкә алып сәскәләр һалыу тантанаһы үтте.

Тантанала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, яугир-интернационалистар һәм уларҙың ғаиләләре, локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар, ветерандар, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар сиктәрендә, Республиканың Хәрби Дан музейында «Башҡортостандың яугир-интернационалистары» экспозицияһы эшләй. Баш ҡала халҡы һәм Өфө ҡунаҡтары Афған һуғышында республика халҡы ҡатнашыуы тураһында материалдар йыйыуҙа үҙ өлөшөн индерә ала.

15 февралдә Өфөлә ветерандар менән осрашыуҙар, тематик күргәҙмәләр, батырлыҡ дәрестәре, концерттар, спорт эстафеталары, класс сәғәттәре, лекциялар, һәләк булған һалдаттарға ҡуйылған һәйкәлдәр эргәһендә митингтар үткәреү планлаштырылған. Шулай уҡ был көндө хәтер акциялары республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында уҙасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл һайын 15 февралдә Рәсәйҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла. Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталары календарына индерелгән һәм дәүләт кимәлендә билдәләнә.

25 йыл элек һалдаттар һәм офицерҙар үҙенең хәрби бурысын намыҫ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ менән үтәп тыуған еренә әйләнеп ҡайта. 1979 йылдан алып 1989 йылға тиклем Афғанстан территорияһында булған ғәскәрҙәрҙә Башҡортостандан туғыҙ мең ярымдан ашыу һалдат һәм офицер хеҙмәт үтә, уларҙың 300-ҙән ашыуы һәләк була.

2010 йылда иҫтәлекле көн «Хәрби бурысын сит яҡтарҙа үтәгән рәсәйлеләрҙе иҫкә алыу көнө» раҫлана.

темалар: хәтер