11 декабрь, Йәкшәмбе

14 февраль 2014 йыл, 15:11

Мәләүез районында Мәҙәниәт йылына старт бирелде

автор: Әлим Фәйезов | фото: Александр Яворский

Мәләүез районында тантаналы шарттарҙа Мәҙәниәт йылы асылды. Тантана башланыуға тиклем ҡала Мәҙәниәт һарайы фойеһында милли костюмдар, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, музыкаль инструменттар, ҡала һәм райондың мәҙәни-ял итеү учреждениеларының төрлө ваҡ-төйәк эштәренән торған күргәҙмә экспозициялары ойошторолғайны.

Сара «Мәҙәниәт ғәли йәнәптәре» музыкаль-хореография композицияһынан башланып китте.

Республика Хөкүмәте исеменән Мәләүез мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен Күмертау ҡалаһындағы Республика халыҡ ижады үҙәге филиалы директоры Әлфиә Грязнова сәләмләне.

— Мәләүез артистарын республикала һәм унан алыҫта ла беләләр. Бында ысын таланттар йәшәй. Мәҙәниәт йылында һеҙ тағы ла ҙур тырышлыҡ менән эшләүегеҙгә шик юҡ, — тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәге филиалы директоры.

Район етәкселеге исеменән залда йыйылған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре алдында район хакимиәт башлығы урынбаҫары Александр Баранов тәбрикләү телмәре менән сығыш яһаны һәм уларға эштәренә сикһеҙ тоғро булғандары өсөн рәхмәтен белдерҙе. Мәҙәниәт йылын тантаналы асыу хөрмәтенә муниципаль район хакимиәтенән мәҙәниәт учреждениеларына музыкаль инструменттарға һәм тауыш аппараттарына документтар тапшырылды.

Район һәм ҡала мәҙәниәте һәм сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығының, муниципаль район хакимиәтенең һәм мәҙәниәт бүлегенең почет грамоталары менән наградланды.

Байрам программаһы мәҙәниәт учреждениелары ижади коллективтарының сығыштары менән дауам итте. Уларҙың сығыштары дәррәү алҡыштар менән оҙатылды.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Елена Мазиева хәбәр итеүенсә, Мәҙәниәт йылы сиктәрендә мәләүездәрҙе бай мәҙәни тормош көтә. Муниципаль районда ойоштороу комитеты булдырылған, уның эше мәҙәни-ял итеү учреждениеларының матди-техник базаһын артабан да нығытыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға, милли фольклор, китапхана эшенә ярҙам итеүгә, мәҙәни-туристик инфраструктура төҙөүгә, ауыл биләмәләрендә мәҙәниәт һәм ижад үҙәктәрен әүҙемләштереүгә йүнәлтеләсәк.