Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала татар һылыуҡайы — «Науруз гүзәле»н һайлаясаҡтар

Мәҙәниәт

Йыл һайын республикала яҙ башында иң сибәр һәм һәләтле ҡыҙҙарҙы һайлайҙар. «Һылыуҡай-2014» башҡорт конкурсының һайлап алыу турҙары тамамланды һәм мартта финалды көтә. Иң матур татар ҡыҙы исемен «Науруз гүзәле» фестивале билдәләйәсәк. Был исемгә дәғүә итеүселәрҙе Стәрлетамаҡта, Дүртөйлөлә, Туймазыла һәм Үрге Ҡыйғы ауылында һайланылар. Икенсе турҙа, 9 февралдә, жюри 12 конкурсантты һайланы. Улар инде 28 февралдә Өфө «Нур» татар театрында финалда осрашасаҡ. «Науруз гүзәле» исеменә көрәштә ҡыҙҙар бер нисә этапты үтәсәк. Алдан әҙерләгән номерҙа һылыуҡайҙар татар мәҙәниәтенең матурлығын һәм үҙенсәлеген сағылдырырға тейеш буласаҡ. Ҡыҙҙар тиренән кейемдәр кейеп үҙҙәрен күрһәтәсәк. Конкурсанттар 50-се йылдарҙағы стилде «Стиляги-шоу» этабында тәҡдим итәсәк. Унан һуңғы этаптарҙың береһендә дәғүә итеүселәр «Нур» театры артистары менән парлап сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр итә театрҙың матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть