6 декабрь, Шишәмбе

14 февраль 2014 йыл, 10:59

Хомич һәм Пашкевич Рәсәй йыйылмаһына Швецияны еңергә ярҙам итте

автор: Дмитрий Слезин

Сочиҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында олимпия хоккей турнирында төркөмсәләрҙә уйындар тамамланды. «В» квартетының һуңғы алышында уның лидерҙары Швеция һәм Рәсәй осрашты.

Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары турнирҙа яҡшы уйын күрһәтеп 3:1 иҫәбе менән еңде.

Өфө «Ағиҙеленең» хоккейсылары гол программаһында ҡатнашты. Беренсе шайбала Екатерина Пашкевичтың һөҙөмтәле тапшырыуынан. Икенсе голды алыҫ ырғытыуҙан Алена Хомич индерҙе.

Шулай итеп, рәсәйлеләр үҙ төркөмөндә беренсе урынды биләй. Финал сирегендә 15 февралдә улар Швейцария командаһы менән осрашасаҡ.

Шведтар финдар менән алышасаҡ.