6 декабрь, Шишәмбе

14 февраль 2014 йыл, 10:31

Рөстәм Хәмитов «Ашан-Рәсәй» йәмғиәтенең генераль директоры Жан-Пьер Жермен менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

13 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Ашан-Рәсәй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Жан-Пьер Жермен менән осрашыу үткәрҙе.

«Һеҙҙең бүлексәгеҙ бында Өфөлә яҡшы эшләй. Магазин эшләп китһен өсөн ике йылдан ашыу элек билдәле көс һалдыҡ. Һеҙҙең барыһы ла яҡшы баралыр тип ышанам. Беҙ һеҙҙең менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә теләр инек һәм был өлөштә үҙегеҙҙең билдәле бер пландарығыҙ барҙыр тип уйлайым», — тип билдәләне республика башлығы.

Жермен әфәнде әйтеүенсә, хәҙер «Аркада» яңы сауҙа үҙәгендә «Ашан Сити» гипермаркеты төҙөлә ул, яҡынса, был йәй асыласаҡ. «Ассортиментың нәҡ 80 проценттан ашыуы яңы аҙыҡ-түлек тәшкил итеүе – был проекттың үҙенсәлеге. Хәҙер проектта беҙҙең өсөнсө майҙансыҡ, уның территорияһында шулай уҡ «Ашан Сити» төҙөлөшө планлаштырылған, беҙгә был проектты ла үҫтереү яҡшы булыр ине. «Ашан»дың өмөттәре республика власы өмөттәренә тап килеүен белер өсөн һеҙҙең менән осрашыу минең өсөн ныҡ мөһим ине. Ысынлап беҙ барыһын да һеҙҙең пландар менән ярашлы эшләйбеҙме, нидәйҙәр кире бәйләнеш булыуын теләйбеҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды бизнесмен.

Осрашыу тураһында тулыраҡ – Башҡортостан Президентының рәсми сайтында.