5 декабрь, Дүшәмбе

13 февраль 2014 йыл, 16:34

Төбәк депутаттарының тауыш биреү һөҙөмтәләре асыҡ буласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарының тауыш биреү һөҙөмтәләре республика парламенты сайтында урынлаштырыласаҡ. Ярашлы үҙгәртеүҙәрҙе Президиум ултырышының көн тәртибенә индерергә кәңәш ителде, тип хәбәр итә Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.

Һайлаусылар, уларҙың депутаты нисек тауыш биреүен, тик асыҡ тауыш биреү осрағында ғына беләй аласаҡ. Был осраҡтарҙа тауыш биреү һөҙөмтәләре менән исемлек төҙөлә, унда депутаттарҙың исем шәрифтәре, фракциялар, депутат төркөмдәре исемдәре бирелә. Исемлек закондар сығарыу органының рәсми сайтында урынлаштырыласаҡ.