4 декабрь, Йәкшәмбе

13 февраль 2014 йыл, 16:13

Башҡортостан Президенты Ирек Ялаловты Өфө мэры вазифаһына һайланыуы менән ҡотланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялаловты икенсе срокка һайланыуы менән ҡотланы. Республика етәксеһе Өфө ҡала Советы депутаттары менән осрашыу үткәрҙе.

— Был ғәҙәти ваҡиға түгел. Яңы етәксене, «иҫкесә» яңы етәксене һайлау буйынса ике ай дауамында үткәрелгән эш файҙаһыҙ булманы, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Һайлауҙарға күрә йәнле бәхәс булды, унда был вазифаға яңы кандидаттар ҙа ҡатнаша алды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. «Донъя, республика һәм ҡала яңы кешеләрҙе күрҙе, яңы һүҙҙәрҙе ишетте. Былар барыһы ла дөрөҫ. Шулай булырға тейеш», — тигән ышаныс белдерҙе республика башлығы.

— Ирек Ишмөхәт улының еңеүендә беҙ шикләнмәнек тиерлек, шулай килеп тә сыҡты, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Президент ҡала Советы депутаттарына Ирек Ялалов кандидатураһына ышаныс бағлағандары һәм хуплағандары өсөн рәхмәт әйтте.

— Кисәге сессияла, ҡала мәсьәләләренә фекер алышҡанда, һеҙ ҡала, ҡала власы алдында торған бөтә мәсьәләләр тураһында иҫкә алдығыҙ. Нәҡ һеҙгә ҡала халҡы ҡаланың власын ышанып тапшырҙы, нәҡ һеҙгә Өфөнөң ғәйәт ҙур ҡала хужалығы менән идаралыҡ итергә хоҡуҡ бирҙе, был хаҡта онотмағыҙ. Һеҙ ошо яуаплылыҡты һиҙгәнегеҙҙе, белгәнегеҙҙе һәм Өфө ҡалаһы халҡы ҡуйған талаптарға ярашлы эшләүегеҙҙе, һис шикһеҙ, аңлайым һәм беләм, — тине Президент.

темалар: бр президенты