5 декабрь, Дүшәмбе

13 февраль 2014 йыл, 15:37

Республика Президенты иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Республика Йортонда предприятиеларҙың һәм ведомстволарҙың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Наградаларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.

— Һеҙ ысынлап та был наградаларҙы лайыҡлы хеҙмәтегеҙ менән ҡаҙандығыҙ, — тип йыйылғандарға мөрәжәғәт итте республика етәксеһе. — Эшегеҙҙе ташламай, намыҫлы эшләргә һәм йәштәргә, һеҙҙе уратып алған кешеләргә өлгө күрһәтеүегеҙҙе теләйем. Ул бөгөн тормошҡа, эшкә позитив мөнәсәбәттең бик мөһим өлгөһө. Матди байлыҡ, килем артынан уҙыш осһоҙ-ҡырыйһыҙ була башланы. Аҡса һәм власть – ул иң мөһиме түгел. Иң мөһиме – ил, республика, айырым предприятие үҫешенә йүнәлтелгән хеҙмәт, ошо хеҙмәттең һөҙөмтәһе, ижтимағи үҙаң.

Президент тантананың Олимпия уйындары көндәрендә үтеүен билдәләп үтте.

-  Һеҙҙең наградаларығыҙ олимпияныҡы кеүек. Был шулай уҡ ҡыуаныслы. Бына беҙ кистәрен спортсылар нисек призлы урындарҙы яулауҙарын ҡарайбыҙ. Был шулай уҡ көн һайын эшләгән ҙур хеҙмәттең һөҙөмтәһе. Шулай уҡ һеҙ ҙә, тик һеҙҙең дистацияғыҙ ҙурыраҡ. Ул йөҙ метр ҙа, трамплиндан һикереү ҙә түгел, ә предприятиеға бирелгән тотош ғүмер. Әлбиттә, һеҙҙең наградаларығыҙ был мәғәнәлә тағы ла ҡиммәтлерәк.

Был көндө «Башҡортостан Республикаһы алдында ҡаҙаныштары өсөн» орденын Белореттан хирург Анатолий Елосов алды. Башҡортостан Республикаһының Почетлы грамоталары менән «Башкиравтодор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Әбйәлил филиалы шоферҙары Нәғим Ҡарнаев һәм Ирек Ырыҫҡужин, «Урал аръяғы» машина-технологик станцияһы шоферы Рәмил Хәлитов, Илеш районынан иретеп йәбештереүсе Лаис Баянов, Ишембайҙан токарь Александр Видинеев, Учалынан таҙартыу ҡоролмалары операторы Әлфиә Камалова, Нефтекама автомобилдәр заводы токары Владимир Степанов, Күмертау авиация заводы герметизациялаусыһы Наил Тимербаев, Октябрскиҙан слесарь Азамат Шакиров бүләкләнде.

«БР атҡаҙанған машина эшләүсеһе» исеменә «Витязь» машина эшләү компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте токары Юрий Голощапов, «Күмертау авиация предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте участка начальнигы Евгений Кошкаров, «Мотор» Ғилми етештереү предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте идарасыһы Владимир Петошин лайыҡ булды. Яңауыл урмансылығы лесничийы Айрат Дәүләтбаев «БР атҡаҙанған урмансы»һы булды. «БР атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре» исемен Өфөнөң «Салават-Мастер» көнкүреш хеҙмәттәре үҙәге кейем бесеүсеһе Надежда Ларионова алды.

30 бүләкләнеүсе иҫәбендә шулай уҡ ҡала һәм район хакимиәттәре, министрлыҡтар һәм ведомстволар хеҙмәткәрҙәре булды.