11 декабрь, Йәкшәмбе

13 февраль 2014 йыл, 13:56

Ғилми хаҡиҡәт эҙләүҙә (профессор Риф Әхмәҙиевтың 60 йәшенә)

автор: Владимир Романов

Бөгөн башҡорт мәҙәниәтенең күренекле эшмәкәре, ғалим-әҙәбиәтсе, шағир һәм педагог Риф Әхмәҙиевҡа 60 йәш тула.

Риф Әхмәҙиев 1954 йылдың 13 февралендә республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә, Башҡорт АССР-ның Ҡыйғы районы Әбдрәзәк ауылында тыуа. Арыҫлан урта мәктәбен тамамлай, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1974 йылда әүҙем һәм эшлекле йәш егетте тыуған Ҡыйғы районы «Киров» совхозына комсомол комитеты секретары итеп һайлайҙар.

1975 йылда Риф Әхмәҙиев Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Шул ваҡыттан алып уның хеҙмәт һәм ижади биографияһы Башҡорт дәүләт университеты менән тығыҙ бәйләнә. 1975 йылдан алып 1981 йылға тиклем Риф Барый улы университеттың ВЛКСМ комитеты секретары була, һәр саҡ йәштәр инициативаһы үҙәгендә тора, студенттарҙың хеҙмәт отрядтары, студенттарҙың уҡыу, көнкүреш һәм ял итеү мәсьәләләре менән күп шөғөлләнә. Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау менән әүҙем шөғөлләнә. Студент йылдарында уҡ фәнгә ҙур ҡыҙыҡһыныу уяна, әҙәбиәт ғилеме буйынса тикшеренеүҙәр башлай.

1980 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң аспирантурала уҡырға юллама ала, уңышлы диссертация яҡлап филология фәндәре кандидаты була. Университеттың әҙерлек бүлеге уҡытыусыһы, башҡорт әҙәбиәте кафедраһы ассистенты, журналистика кафедраһы ассистенты һәм уҡытыусыһы булып эшләй. 1981 йылда доцент итеп һайлана. 2004 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы урынбаҫары булып эшләй, хәҙер декан һәм журналистика кафедраһы профессоры.

Риф Барый улы оҙаҡ йылдар фән менән шөғөлләнә. Уның ғилми һәм педагогик ҡыҙыҡһыныуҙарының төп объекты – башҡорт драматургияһы һәм журналистикаһы үҫеше. Күп дәреслек һәм монографиялар авторы. Уның эре ғилми хеҙмәттәре «Шағир драматургияһы» (1994), «Жанрҙың асылы һәм хөкөмө» (1996), «Хәҙерге заман башҡорт драматургияһы: конфликт тәбиғәте һәм жанрҙар формаларының төрлөлөгө» (2003), «Конфликттар. Жанрҙар. Характерҙар» (2009) киң популярлыҡ яуланы. Был монографияларҙа автор 70-80-се йылдарҙа башҡорт драматургияһының жанрҙар-стилдәр үҙенсәлеген тәрән һәм ентекле өйрәнә. Уның 1992 йылда донъя күргән «Хәҙерге заман башҡорт комедияһының проблемалары» китабы киң билдәле.

Үткән йылдарҙа Риф Барый улы йәмәғәт «Белеме» лекторы булараҡ әүҙем эшләй. Төрлө проблемалар: илдең һәм республиканың киң мәғлүмәт саралары һәм заманса йәмәғәт тормошо, экология һәм журналистика, башҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгө хәле, буйынса күп сығыш яһай.

Бер үк ваҡытта Риф Әхмәҙиев шағир-лирик булараҡ билдәле. Ҙур әҙәбиәткә ул үткән быуыттың  80-се йылдарында килә. 1982 йылда уның «Күк көмбәҙе» беренсе китаптар йыйынтығы сыға. Шунан һуңғы йылдарҙа уҡыусылар хөкөмөнә «Тәҙрәләр», «Мөхәббәт көсө» исемле яңы китаптарын сығара. Уның шиғри ижадында ҡатын-ҡыҙға, ватанға, тыуған төйәккә һөйөү темаһы үҙәк тема булып тора. Тәбиғәт һәм мөхәббәт лирикаһы менән бер рәттә уның шиғырҙарында фәлсәфәүи лирика лайыҡлы урын биләй. Шағир йыш ҡына мәңгелек темалар: йәшәү мәғәнәһе, яҡшылыҡ һәм насарлыҡ, ғәҙеллек тураһында тәрән уйлана. 1994 йылдан алып Риф Әхмәҙиев республиканың һәм Рәсәйҙең яҙыусылар ойошмалары ағзаһы булып тора.

Риф Барый улы «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» почетлы исемгә лайыҡ. Әбдрәзәк ауылының бер урамы уның исемен йөрөтә.

темалар: юбилейҙар