5 декабрь, Дүшәмбе

13 февраль 2014 йыл, 12:16

«Урал моңо-2014» халыҡ-ара музыкаль конкурс-фестивале һайлап алыу турҙарын башлай

автор: Гөлфиә Акулова

20 февралдән алып 27-нә тиклем Башҡортостанда «Урал моңо-2014» халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс-фестиваленең һайлап алыу турҙары уҙа. Конкурста ҡатнашыусыларҙы Дыуар районында, Өфөлә, Сибайҙа һәм Күмертауҙа тыңлаясаҡтар, тип хәбәр итә Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте. Конкурста, милли төрөк музыкаһын тәҡдим итеүсе, талантлы йәш йырсылар ҡатнаша ала.

Тәүге тапҡыр сара Башҡорт йәштәре республика конкурсы булараҡ 1992 йылда үтә. 2001 йылдан алып «Төрксой» халыҡ-ара ойошмаһы ҡанаты аҫтында уҙа. Бөгөн унда Төркмәнстан, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Алтай, Дағстан, Татарстан, Тува, Хакасия, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡарасәй-Черкес йәштәре ҡатнаша.

«Урал моңо-2014» төрки йәштәренең 17-се музыкаль фестивале Өфөлә 28-30 майҙа үтә. Уны БР Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар компанияһы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора.