10 декабрь, Шәмбе

13 февраль 2014 йыл, 11:38

Башҡортостанда эш биреүселәргә инвалидтар өсөн эш урындарын ҡорамалландырыуға средстволар бүленәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда эш биреүселәр инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн өҫтәмә эш урындарын йыһазландырыуға субсидиялар аласаҡ. Тейешле ҡарар БР рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Предприятиеларҙа махсуслаштырылған эш урындары иҫәбен арттырыу – мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү йүнәлешендәге сараларҙың тик береһе генә.

Документҡа ярашлы, 2014 йылда эш биреүселәргә бер эш урынын ҡорамалландырыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға һәм монтажлауға 70,9 мең һум күләмендә субсидия бүленәсәк. 2015 йылда был сумма 74,2 мең һумға тиклем арттырыласаҡ. Был средстволар төбәк бюджетына федераль ҡаҙнанан күсәсәк.

Был сара иҫәбенә быйыл бөтәһе 286 кеше эшкә урынлаштырыласаҡ тип күҙаллана.

2013 йылда инвалид өсөн бер эш урынын ҡорамалландырыуға эш биреүсе 66 200 һум алды, тип хәбәр итә БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.